+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
28 Ноябрь 2017, 12:56

Үҙ илендә яҙмышы

Тәүге һулыш алған тыуған ереңдән ситтә йәшәүе бик ауыр бит ул. Йәнтөйәгемә ҡасан да булһа бер ҡайтырмын тигән өмөт менән йәшәйһең.

Тәүге һулыш алған тыуған ереңдән ситтә йәшәүе бик ауыр бит ул. Йәнтөйәгемә ҡасан да булһа бер ҡайтырмын тигән өмөт менән йәшәйһең.

Юрмаш ауылы һылыуы Миңзилә Ҡаҙағстанда йәшәүсе татар егете Әхмәткә тормошҡа сыҡҡас, оҙаҡ йылдар ошо илдә йәшәй, бер ҡыҙ үҫтерәләр. Алыҫ тип тормай, Юрмашҡа йыш ҡына ҡайтып торҙолар. Тыуған яҡтың тартыуы көслө булғандыр инде, хаҡлы ялға сыҡҡас, Ҡарағай ауылында йорт һалып күсеп ҡайттылар.

Уңған, бөтмөр хужалар гөрләтеп

донъя көтә, баҡсаларында йәшелсә, емеш-еләк ишелеп уңа. Миңзилә апай әҙерләгән компот-ҡайнатма, салат, бешергән торттары телеңде йоторлоҡ тәмле була. Ҡул эштәренә лә бик оҫта ул. Тормош иптәше Әхмәт еҙнә лә баҡса эштәрен ярата. Уларға ярҙамға ейәндәре лә килә һалып етә. Ильмира ҡыҙҙары Аҡташ

ауылында йәшәүсе Гөлфира һәм Рәйес Юлдашбаевтарҙың улы Рәмил менән ғаилә ҡороп, 2 ул үҫтерәләр. Егәрле йәштәр өр-яңы йорт та төҙөп керҙе. Ата-әсәләренең беренсе ярҙамсылары улар.

Йәмле июль айы Садиҡовтар ғаиләһе өсөн иҫтәлекле булды – Миңзилә апайға – 61, Әхмәт еҙнәгә 65 йәш, уларҙың бергә йәшәүҙәренә 35 йыл.

Изге күңелле һәйбәт күршеләремә шатланып бөтә алмайым. Һаман да шулай булһындар ине.


Читайте нас: