-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
5 Декабрь 2017, 12:15

Гөрләп үтте уңыш байрамы

Күптән түгел Родина мәктәбендә көҙгө уңыш байрамы, йәрминкә үтте. Байрамдың тәүге өлөшөн уҡыусыларҙың ҡыҙыҡлы художестволы номерҙары биҙәне.

Күптән түгел Родина мәктәбендә көҙгө уңыш байрамы, йәрминкә үтте. Байрамдың тәүге өлөшөн уҡыусыларҙың ҡыҙыҡлы художестволы номерҙары биҙәне.

1-се, 2-се класс уҡыусылары дәртле таҡмаҡтар менән сығыш яһаны, 3-сө, 4-се кластар “Көҙгө әкиәт”те сәхнәләштерҙе, 6-сылар моңло йыр башҡарҙы, 8-селәр ҡыҙыҡлы фокус-тар күрһәтте. Был сығыштар араһында уҡыусылар тапҡыр йомаҡтар систе, ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирҙе.

Кисәнең икенсе өлөшөндә ата-әсәләр менән берлектә әҙерләнгән йәрминкә булды. Ниндәй генә һый-ризыҡ юҡ ине унда – бәлеш-ҡоймаҡ, торттар, баҡсанан йыйылған йәшелсә-емештәр, һөт-ҡаймаҡ... Оҫтабикәләр бәйләгән ҡул эштәре лә бар ине йәрминкәлә.

Уңыш байрамын инглиз теле уҡытыусыһы Динә Вәхит ҡыҙы Шәйхолова ҡыҙыҡлы итеп ойошторҙо, ә 6-сы класс уҡыусылары Эльвина Йәрмөхәмәтова менән Снежана Муллағолова йәнле итеп алып барҙы.
Читайте нас: