Шулай тип әйтке килә Ҡыҙылъяр ауылында йәшәүсе Гөлнара Әғзәм ҡыҙы Сәғитова тураһында.
Архангел районы Көмәрле ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫеп, күптән инде килен булып төшкән ауылдың үҙ кешеһенә әйләнгән алсаҡ, йөҙөнән йылмайыу китмәгән ҡатынды хөрмәт итәләр, яраталар.
Иптәше Рафил менән дүрт балаға ғүмер биргәндәр. Улдарының өлкәне Рәмил дә, икенсеһе Рәфис тә әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтыу менән Өфө районының “Алексеевский” совхозында эш башланылар. Ҡыҙҙары Рүзилә – Салауат ҡалаһында шәфҡәт туташы. Төпсөк улдары Искәндәр 5-се класта уҡып йөрөй, ата-әсәһен “4”-“5” билдәләре менән ҡыуандыра.
- Әле генә килен булып төшкәйне Гөлнарабыҙ, улым менән бергә йәшәүҙәренә 25 йыл да булып килә, - ти ҡәйнәһе Фәнәзиә апай.
- Киленеңде яратаһыңмы һуң? – тип һорайым үҙем дә һиҙмәҫтән.
Биш бала тәрбиәләп үҫтергән, ғүмере буйы М.Ғафури исемендәге колхозда һауынсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан, 12 ейән-ейәнсәре, бер бүләһе булған хеҙмәт ветераны ысын күңелдән: “Ике киленемде лә яратам, үҙ балаларым кеүек күрәм”, - тип яуап бирҙе.
Сәғитовтар иртә яҙҙан халыҡтан һөт йыйыу эштәре менән мәшғүл. Ауыл халҡынан күпләп йыйылған һөттө көн дә иртән Еҙем-Ҡаран һөт заводына килтереп еткерәләр, иҫәп-хисапты ла ваҡытында теүәлләп ҡуялар. Өҫтәүенә, Гөлнара почтальонка булып та эшләй. Баҡраҡ, Яҡтыкүл, Ҡыҙылъяр, Таштамаҡ ауылдарын хеҙмәтләндерә, һәр ғаиләгә яратҡан гәзит-журналдарын үҙ ваҡытында килтереп еткерә. Байтаҡ йылдар мәктәптә ата-әсәләр комитеты ағзаһы булып тора.
Үҙ өлгөләрендә аҡыллы, эшһөйәр балалар тәрбиәләгән Гөлнара менән Рафилға күҙ генә теймәһен!