Әсәйҙән дә бөйөк, ғәзиз йән юҡтыр донъяла. Әсәй ул берҙән берәү генә була. Әсә көнө уңайынан Ибраһим ауыл клубында үткән концерт та “Әсәйем – бергенәм” тип аталды.
Еҙем-Ҡаран мәктәбе директоры Фирүзә Әбделмәнова тамаша залында ултырған барлыҡ әсәйҙәрҙе байрам уңайынан ҡотлап, уларға иҫәнлек-һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләп үткәндән һуң, сығыштар башланды. Концерт бик мауыҡтырғыс, йөкмәткеле булды. Хатта еҙемҡарандар ҙа музыкаль күстәнәс менән килгәндәр. Мәрйәм Ке-йекбаева менән Гүзәл Әлибаева матур, моңло йырҙарын бүләк итте. Миңнира Шәйәхмәтова примадонна булып, уныңса кейенеп, йырын башҡарҙы. Миңнур еңгәй ейәнсәре менән йырланы.
Йырҙар шиғри юлдар һәм заманса бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Алһыу Урманшинаны буласаҡ артистка тип әйтергә мөмкин, йырланы ла, бейене лә, Назар Нәжмиҙең “Етегән” тигән шиғырын үҙенсәлекле итеп уҡып ишеттерҙе. Алһыу Әбделмәнова менән Айназ Рафиҡов Красноусол башҡорт гимназия-интернатында белем ала. Уларҙың парлы бейеүҙәрен тамашасылар көслө алҡыштарға күмде. Бер концерт та бейеү оҫтаһы Әлиә Төхвәтуллинанан башҡа үтмәй, был юлы ла ул дәртле бейеүе менән һөйөндөрҙө. Бәләкәс ҡыҙҙар Алһыу менән Аринаның йыр-бейеүҙәре бик матур килеп сыҡты. Ибраһим ауылы кейәүе Айҙар Рафиҡовтың моңло йырҙары күңелдәрҙе әсир итте. Эдита Рәхмәтуллина “Әсе балан” йырын башҡарып, йөрәкте һағышҡа сорнаны. Ошо юлдар авторы Миңзилә Рәхимова үҙенең ижад емештәре – шиғырҙарын уҡыны. Динара Ғәлиуллина әсәһенә бағышлап матур йырын бүләк итте. Концертты Ф.Әбделмәнова менән Илгиз Лоҡманов алып барҙы. Музыкаль яҡтан Илдар Әбделмәнов биҙәне.
Ғөмүмән, концерт бик оҡшаны. Клубыбыҙ шулай һәр ваҡыт гөрләп торһон.