-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
28 Ноябрь 2018, 13:52

Ауылыбыҙ - Толпар, йәшәүебеҙ бер төптән

Толпар ауылында Халыҡтар берҙәмлеге көнө матур итеп билдәләнде. Сара ауыл баҙарында йәрминкә менән башланып, концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Ауыл клубы мөдире Гөлназ Фәтҡотдинова халыҡты байрам менән ҡотланы һәм йәрминкә буйынса алдан иғлан ителгән төрлө конкурс-тар хаҡында иҫкә төшөрҙө.

Йәрминкә гөр-ләп торҙо. Сәк-сәк, ваҡ икмәк, эремсек, ҡоймаҡ, ҡаймаҡ, балыҡ, ҡорт балы, бәшмәк һәм башҡа ашамлыҡтар араһында тирә-йүнгә йәм биреп, күмер самауыры ла ҡайнап ултыра ине. Халыҡ ҡулынан нимә килә, барыһын да һатыуға сығарған: селек һепертке, йүкә йыуғыс һәм башҡалар. Алдан иҫкәртелеүенсә, конкурсҡа тип бик күптәр төрлөсә ҡоймаҡ бешереп килтергәйне. Ололар араһында Фәниә Ваһапова, Фәймә һәм Миңниса Кинйәбаевалар (килендәштәр) төрлө номинацияларҙа еңеүсе тип танылды. Уҡыусы балалар ҙа ҡалышмаған, үҙҙәре төрлөһөн бешереп килтергән. Лиана Мырҙабаева (3-сө класс) һәм Ансар Шәйәхмәтов (2-се кл.) - ҡоймаҡ, апалы-һеңлеле Әҙилә (7-се кл.) һәм Таңсулпан (5-се кл.) Фәхретдиновалар сәк-сәк килтергәйне. Был балаларға ла Маҡтау грамоталары тапшырылды.

Йәрминкә тамамланыуға барса халыҡ, ҡайһы берәүҙәр милли кейемдәрҙә, ауыл урамы буйлап, гармунға ҡушылып, ауылыбыҙҙы тағы ла йәмләндереп, дәртле йырҙар йырлап үтте. Ә һыбайлы уҡыусы егеттәр Марсель Фәхретдинов, Минислам Фәтҡотдинов, Иршат Шәйәхмәтов милли кейемдә байрамдың айырым бер биҙәге – Толпар ауылы кәүҙәләнеше булған аттарҙа сабышып үтте.

Берҙәмлек байрамы Еҙем аша һалынған күперҙә (беҙ уны Рәхимов күпере тип йөрөтәбеҙ) уйын-көлкө, йыр-бейеү менән тамамланды. Халыҡ был саранан бик ҡәнәғәт булып, ҙур рәхмәттәр әйтеп таралышты, иҫтәлеккә фотоға ла төштө. Халҡыбыҙҙың берҙәмлегенә тағы ла бер тапҡыр инандыҡ. Толпар ауылы брендтары булған ҡорт балы, шыҙ (пихта) майы, ыҫланған ҡорот, Еҙем балығы, Толпар аттары ауылыбыҙҙың йәмен, бәҫен тағы ла күтәреп ебәргәндәй булды. Ошо уңайҙан файҙаланып, әүҙем ҡатнашҡандары өсөн барса ауыл халҡына, уҡыусы балаларға ҙур рәхмәтемде еткерәм. Бигерәк тә, бер байрамды ла ситтә ҡалдырмай, төрлө саралар ойоштороп, үткәреп килеүсе клуб мөдире Гөлназ Хәким ҡыҙы Фәтҡотдиноваға һәм уға тормошонда ла, эшендә лә ҙур терәк булыусы тормош иптәше Флүр Фәррәх улы Фәтҡотдиновҡа ауыл халҡы исеменән ҙур рәхмәтемде белдерәм. Ауылыбыҙҙы һүндермәй, артабан да халыҡты берләштереп төрлө саралар үткәреп торорға булһын.
Читайте нас: