Гимназияны тик яҡшы билдәләренә генә тамамлаған Әҙилә Александр ҡыҙы Долина Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре буйынса бер нисә юғары уҡыу йортона керә. Сит телдәр менән бала саҡтан ҡыҙыҡһыныуы уны Башҡорт дәүләт университетының “Социология һәм философия” факультетының “Культурология” бүлегенә алып килә. Студент тормошона бик тиҙ эйәләшеп китә ул. Яҡшы уҡыу менән бер рәттән ойоштороу һәләте булған ҡыҙҙы төркөм старостаһы итеп тәғәйенләйҙәр. Йәмәғәт эштәрендә лә ул бик теләп, әүҙем ҡатнаша. Факультеттың КВН командаһы ағзаһы, төрлө конкурс, конференцияларҙа ҡатнашыуҙар ҙа уға ят булмай.
Тыныс, киң күңелле, ярҙамсыл Әҙилә ирекмәнлек эшен дә ҙур оҫталыҡ менән башҡара. Беренсе курстан һуң һәр йылды йәй айҙарында Рәсәй студенттарының “Хәрәкәттә” отрядында илебеҙҙең төрлө мөйөшөнә йөрөгән поезда проводник вазифаһында эшләй. Яңы уҡыу йылы башланғас, уҡыу менән бер рәттән Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында тәржемәсе, шулай уҡ контролер булып эшләүе лә, киләсәк тормош юлы өсөн ҙур тәжрибә тупларға ярҙам итә. Ғаиләлә баш бала булараҡ, йорт эштәрендә ата-әсәһенең төп ярҙамсыһы булған ҡыҙ, ресторанда официант, ҡунаҡханала администратор ярҙамсыһы булып эшләргә лә ваҡыт таба. Юғары стипендия алып уҡыған ҡыҙға эшләгән хеҙмәт хаҡы ла яҡшы булып ҡала.
“Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр”, тигән мәҡәл дә Әҙиләнең үҙенә әйтелгән кеүек. Бар яҡтан да өлгөр, булдыҡлы ҡыҙ быйыл университетты ҡыҙыл дипломға тамамланы. Ә уҡыу барышында төрлө номинацияларҙа алған Маҡтау грамоталарының һанын теүәл генә әйтеп тә булмай. Туғандарының ғорурлығы булған Әҙилә, Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге һынлы сәнғәт гимназияһында уҡып йөрөгән яратҡан һеңлеһе Ангелина өсөн өлгөлө апай, ҙур таяныс ул.
Әлеге уңыштары өсөн ул ваҡытында хәреф танырға өйрәткән беренсе уҡытыусыһы Зимфира Мәғәфүр ҡыҙы Яппароваға, Ҡормантау мәктәбе коллективына, Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусылары һәм тәрбиәселәренә сикһеҙ рәхмәтле.
Бер нисә сит телдә еңел аралашҡан Әҙилә әлеге ваҡытта йыраҡ Төркиәгә экскурсовод-тәржемәсе (гид) булып эшкә юлланды. Уны матур хеҙмәт юлы башлауы менән ҡотлап, эшендә ҙур уңыштар теләге килә.
Рим ИСЛАМҒОЛОВ,
мәғариф һәм хеҙмәт ветераны.
Ҡормантау ауылы.