+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Тыуған яғым гүзәллеген Мәңге күреп туймаҫһың...

Башҡортостаныбыҙ иҫ киткес гүзәл тәбиғәтле, иҫтәлекле, тарихи урындары бихисап. Яңыраҡ ҡына беҙ - Мәндем, Красноусол ауылынан бер төркөм “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” программаһы сиктәрендә Бөрйән районына сәйәхәт ҡылып, данлыҡлы Шүлгәнташ мәмерйәһен күреп ҡайттыҡ.

Тыуған яғым гүзәллеген Мәңге күреп туймаҫһың...
Тыуған яғым гүзәллеген Мәңге күреп туймаҫһың...

Шүлгәнташ мәмерйәһе - Көньяҡ Уралда бурташ, гипс, доломит кеүек тау тоҡомдарынан торған мәмерйәләрҙең иң ҙурҙарының, иң матурҙарының береһе, тәүтормош сәнғәте ҡомартҡыһы. Мәмерйә янында “Шүлгәнташ” музей-экскурсия комплексы һәм спелеология лабораторияһы асылған. Ул 1965 йылда тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән.
Мәмерйәгә ингән урындың киңлеге 40 метрға етә, бейеклеге - 20 м. Өйрәнелгән оҙонлоғо 3 саҡрымдан ашыу. Унда һарҡып, ағып барлыҡҡа килгән майташтар, сталактиттар, сталагмиттар, ҙур залдар, ер аҫты йылғаһы, күлдәр бар. Мәмерйә әкиәттәрҙә һөйләнгән һоҡланғыс һарайҙы хәтерләтә. Беренсе ҡатын һыу баҫҡан. Икенсе ҡаттың оҙонлоғо - 500 метр самаһы. Мәмерйәгә ингән ерҙән 120 метр үткәс, һул яҡтан юғарыға тура коридор китә. Баҫҡыс буйлап 20 метр күтәрелгәс, өсөнсө ҡатҡа аяҡ баҫаһың. 500 метрға һуҙылған ҙур залдар ер аҫты күленә барып тоташа.
Мәмерйәлә ер аҫты йылғаһы Шүлгән аға. Мәмерйәнән 2 саҡрымда ул шаулап ер аҫтына инеп юғала һәм ҡеүәтле шишмә булып Шүлгәнташ ауыҙында урғып сығып, диаметры 3 метр булған бәләкәй генә күл хасил иткән. 150 - 170 метр тирәһе аҡҡас, ул Ағиҙелгә ҡушыла. Ҡышҡы ҡаты һыуыҡтарҙа ла туңмай икән.
Шүлгәнташ - Көнсығыш Европала һәм Азия-ла таш быуаттың тәүге осоронда (палеолит) буяу менән һүрәт эшләү сәнғәте үҫешен яҡшы күрһәткән берҙән-бер мәмерйә. Тәүтормош кешеләренең һүрәттәр галереяһы беренсе ҡаттың ике стенаһында һәм икенсе ҡаттың ҙур залында урынлашҡан. Һүрәттәр ҡыҙыл буяу, ҡыҙҙырылған майҙа иҙелгән охра менән яһалған.
Артабан ҡурсаулыҡтағы музҽйҙар мҽнән таныштыҡ. Шүлгәнташ мәмҽрйәһҽнә арналған музҽй бигҽрәк тә ҡыҙыҡлы булды. Мәмҽрйәгә барған юлда төрлө хайуандар макеттары ла бик оҫта эшләнгән.
Барғанда уҡ "Урал батыр" эпосында һүрәтләнгән Аҡбуҙат пәйҙә булған Йылҡысыҡҡан күлҽн ҡарап, Аҡбуҙат һәйкәлҽ янында иҫтәлҽккә фотоға төштөк. Бәләкәй гҽнә төпһөҙ күл бик сҽрлҽ һәм мөғжизәлҽ күрҽндҽ.Ҡайтыр юлда инде Ҡыпсаҡ бҽйҽ Бабсаҡ ҡурғанына һуғылып, тарихҡа байҡау яһаныҡ.
Сәфәрҽбҽҙ уңышлы һәм күңҽллҽ булды, бик оҡшаны. Бҽҙҙҽ ошо сәфәргә ҽбәрҽп, күңҽлдәрҽбҽҙҙҽ күтәрҽүҙәрҽ өсөн район етәкселегенә, хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары З.Р.Әхтәмоваға, мәҙәниәт бүлҽгҽ ҽтәксҽһҽ Р.Р.Аҡҡужинға, водитҽль Илдар Абдуллинға һәм Мәндҽм ауылы старостаһы Ирғәле Мөхәмәтдиновҡа оло рәхмәтҽбҽҙҙҽ ҽткҽрәбҽҙ.

Фәниә Йәнмырҙина,
мәғариф ветераны, Мәндем ауылы Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе.

Тыуған яғым гүзәллеген Мәңге күреп туймаҫһың...
Тыуған яғым гүзәллеген Мәңге күреп туймаҫһың...
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: