Талантҡа сиктәр юҡ тиҙәр. Элек-электән һәр милләт үҙенең ҡул эштәренә оҫта, ижад кешеләре менән ғорурланған. Үҙ-ара оҫталыҡ тәжрибәһе менән уртаҡлашыу иһә кешеләрҙе бер-береһенә яҡынайтыу, дуҫлаштырыу, татыулыҡ урынлаштырыуҙың бер алымы булып тора.
Районыбыҙҙа ҡул эштәре оҫталары бик күп. Бөгөнгө яҙмам Ҡормантау ауылында йәшәүсе ҡул эштәре оҫтаһы Фәнүзә Минияр ҡыҙы Әфләтуллина (һүрәттә) тураһында.
Ҡырмыҫҡалы районы ҡыҙы Ҡорман-тауға килен булып төшкән көндән үҙен бәйләү, сигеү менән бер рәттән ҡағыҙҙан, цементтан төрлө әйберҙәр эшләү оҫтаһы итеп танытты. Өҫтәүенә, тегенсе, бик шәп парикмахер ҙа булып сыҡты ул.
Йорттарына инеү менән иң башта Фәнүзә килендең һоҡланғыс ижад емештәренә иғтибар итәһең. Төрлө биҙәктәр менән эшләнгән түбә-стеналар, камин, бүлмәләр араһындағы арка... Уның оҫталығына хайран ҡалып, был эштәренә һоҡланмаған кеше юҡтыр. Ижад емештәрен туғандарына, дуҫтарына ихлас бүләк итә. Заказ буйынса эшләтеүселәр ҙә бихисап.
Эйе, Фәнүзә Минияр ҡыҙы үҙенең һоҡланғыс ҡул эштәре менән төрлө күргәҙмә, конкурстарҙа ҡатнашып, приз-лы урындар ала алыуына иманым камил. Уның ижад емештәрен ҡараған һәр кем: “был юғары дәрәжәле һөнәрсенең эше”, - тип әйтер.
Рим Исламғолов.
Ҡормантау ауылы.