+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ырыуҙаштар йыйылды Балтасҡа

1 июлдә Балтас районы Иҫке Балтас ауылында иң ҙур Табын башҡорт ырыуының V Төбәк-ара йәштәр фес-тивале “Табынфест-2023” үтте. Балтастар республикабыҙҙың Ғафури, Тәтешле, Учалы, Салауат, Асҡын, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Архангел, Дәүләкән райондарынан һәм күрше Ырымбур, Силәбе өлкәләренән килгән 12 делегацияны район Һабантуйы сиктәрендә ҡабул итте.

Ырыуҙаштар йыйылды Балтасҡа
Ырыуҙаштар йыйылды Балтасҡа

Байрамға тип йыйылған халыҡҡа бай эстәлекле программа тәҡдим ителде. Район мәҙәниәт һарайы һәм һәүәҫкәр артистарының йырлы-моңло, сағыу концерт программаһы, фестиваль ҡунаҡтары ҡатнашлығында театрлаштырылған тамашалар, “Табын батыры”, “Табын һылыуҡайы” конкурстары, ҡул эше оҫталарының күргәҙмә-һатыуы – былар барыһы ла матур сараның ҡото, йәме булды.
Фестивалдең “Табын батыры”, “Табын һылыуҡайы” бәйгеһендә быйыл да бик көслө конкурсанттар көс һынашты. “Табын һылыуҡайы” исеменә Учалынан Миләүшә Баязитова лайыҡ булһа, “Табын батыры”н Балтас бәһлеүәне Илдар Сәхипов яуланы. Беҙҙең район исеменән Юлыҡ ауылынан 23 йәшлек Илмир Собханғолов, "Табын һылыуҡайы" конкурсында Өфө күп профилле колледжы студенты, Толпар ауы-лында тыуып үҫкән Илзиә Фәтҡотдинова ҡатнашты. Конкурс йомғаҡтары буйынса Илзиә “Иң үҙенсәлекле ҡатнашыусы” номинацияһында Дипломға лайыҡ булды, ә батырыбыҙ Илмир “Табын батыры” конкурсының 3-сө дәрәжә лауреаты булды. Шулай уҡ район волейболсылары һәм шахматсылары командалары уңышлы уйын күрһәттеләр. “Асанай” халыҡ фольклор ансамбленең сығышы фестивалдең сағыу биҙәге булды.
Милли байрамыбыҙҙың күркәм биҙәге булған һоҡланғыс тирмәләрҙә илебеҙҙә йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең үҙ ерлектәрен, ҡунаҡсыллығын асып һалған күргәҙмәләрҙе байҡаныҡ, уларҙың йәшәү рәүеше, телде йоторлоҡ аш-һыуҙары менән таныштыҡ. Милли ризыҡтарыбыҙҙан, төрлө үләндәрҙән әҙерләнгән хуш еҫле сәйҙәрҙән, буҙанан, ҡымыҙҙан, башҡорт балынан һәр кем ауыҙ иткәндер.
Байрам һуңында “Табынфест” эстафетаһының күсмә вымпелын Ауырғазы районы тантаналы ҡабул итте.
Балтас районы хакимиәтенә, район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә, Табын ырыуҙары ойошмаһының совет рәйесе Фәнил Шәмсетдин улы Ҡоҙаҡаевҡа, әүҙем ойоштороусылар, жюри рәйесе Әлфиә Барый ҡыҙы Ғимаҙиеваға, Нурислам Мирхәйҙәр улы Ҡалмантаевҡа, Гөлназ Әхтәм ҡыҙы Ғәлләмоваға Табын ырыуҙары ойошмаһы исеменән оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
“Табынфест” халҡыбыҙҙы берләштереп, татыулыҡ, дуҫлыҡ өлгөһө булып, оҙаҡ йылдар йәшәһен ине. Сөнки бындай сағыу байрамдар ырыуҙаштарҙы тағы ла нығыраҡ дуҫлаштыра, киләсәккә яңы маҡсаттар ҡуя.
Зөбәржәт ЯҠУПОВА,
“Аманат” журналының яуаплы секретары, Табын ырыуҙары ойошмаһы ағзаһы.

Ырыуҙаштар йыйылды Балтасҡа
Ырыуҙаштар йыйылды Балтасҡа
Ырыуҙаштар йыйылды Балтасҡа
Ырыуҙаштар йыйылды Балтасҡа
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: