Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
8 Апрель 2025, 10:15

Бәхет бит ул миҙгелдәрҙән тора...

Көндәр тағы болотлап китте, урамдар буйлап ямғыр яуып уҙа. Тәбиғәткә был һис шисһеҙ кәрәк, ғәҙәти яҙғы күренеш...

Бәхет бит ул миҙгелдәрҙән тора...
Бәхет бит ул миҙгелдәрҙән тора...

Ҡайһы берҙә ямғыр ығы-зығынан ситкә алып китә. Был хаҡта оҙаҡ уйланырға ярамай. Йөрәк менән бәхәсләшмәйек, бары шул ғына. Күңелдәрҙе төшөрмәйек, яҙғы ямғырҙа ағастар бөрөләнә, үләндәр йәшәрә, умырзая сәскә атҡан. Барыһы ла Аллаһ тарафынан яратылған, барыһы ла үҙ сәғәтендә бара, был - һабаҡ.

Туҡтар әле, ямғыр шауын тыңлап, уны хөкөм итмәйенсә, көн һайын күктәргә рәхмәтле булайыҡ!

Бәхет бит ул миҙгелдәрҙән тора.

Ниндәй генә ауырлыҡ алдында ҡалһағыҙ ҙа, бүләк итеп бирелгән ошо өс көнлөк доньяны яратығыҙ. Тормошто илаҡ ямғыры,️ сағыу төҫлө  йәйғоро, көләс ҡояшы, яғымлы еле менән бергә ҡосаҡлағыҙ ҙа, уның көнө түгел, сәғәте-минуты, секундынан кинәнес табығыҙ, ошо мәлегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ!

Сөнки йылдар, айҙар ҡабатланһа ла, тап бына ошо көн булмаяса. Ошо миҙгелдәр ҙә барыһына ла оҡшап етмәйәсәк... Шулай, дуҫтар, һауа торошо боҙолдо тип артыҡ ҡайғырмайыҡ.

Гел ҡоролоҡ та яҡшы түгел: күпме ҡорған донъялар, мал яна, сәсеүлектәр көйрәп ҡала... Ә ямғыры... Туҡтар әле..Яҡшыға өмөтләнәйек.

Һуғыш бара, яу ҡырында йөрөгәндәрҙе яҡындары көтөп һарғая

Тиҙерәк илгә Тыныслыҡ килһен, барыбыҙ ҙа иҫән-һау булайыҡ! -

тип яҙа беҙгә Сәйетбаба ауылынан гәзит уҡыусыбыҙ Земфира СИРАЕВА-КАМАЛОВА.

Бәхет бит ул миҙгелдәрҙән тора...
Бәхет бит ул миҙгелдәрҙән тора...
Бәхет бит ул миҙгелдәрҙән тора...
Автор: Зифа Гайсина
Читайте нас