+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
14 Ноябрь 2017, 12:07

Осрашыу ғәмәлгә ашманы

Вьетнамда АТЭС саммиты, Словенияла Президент һайлауы үтеүе, Украинала яңы сыуалыш башланырға тороуы үткән арауыҡтың мөһим ваҡиғалары рәтендә торҙо.

Вьетнамда АТЭС саммиты, Словенияла Президент һайлауы үтеүе, Украинала яңы сыуалыш башланырға тороуы үткән арауыҡтың мөһим ваҡиғалары рәтендә торҙо.


Яуызлыҡ онотолмай


Үткән аҙнала Вьетнамда сираттағы АТЭС саммиты булып үтте. 1989 йылда Австралия башланғысы менән үткәрелә башлаған был форумда 21 ил етәксеһе ҡатнашты. Рәсәй был саммитта 1998 йылдан башлап ҡатнашып килә. Илебеҙ 2012 йылда Владивостоктан ары Рус утрауында беренсе тапҡыр АТЭС саммитын ҡабул итте. Әйтергә кәрәк, Азия-Тымыҡ океан иҡтисади берләшмәһе илдәренә Австралия, Филиппин, Мексика, Ҡытай, Рәсәй, АҠШ, Чили, Япония, Канада, Вьетнам, Перу, Яңы Зеландия кеүек илдәр инә. Донъялағы эске тулайым продукттың 61 проценты ошо илдәр иҫәбенә тура килә. АТЭС илдәрендә 2,8 миллиард халыҡ йәшәй. Киләсәктә был нисбәттең тағы ла артыуы күҙәтелә. Ни өсөн тигәндә, Монголия, Һиндостан, Пакистан кеүек илдәр АТЭС составына инергә дәғүә итә. Вьетнамдағы АТЭС саммитына килгәндә инде, ул бик тығыҙ графикта эшләне. Ил Президенты Владимир Путин Вьетнам етәксеһенән башҡа Ҡытай, Япония лидерҙары менән айырым осрашып һөйләште. Ә бына АҠШ Президенты Дональд Трамп менән рәсми осрашыуы булманы. Дөрөҫ, саммит барышында улар ҡул ҡыҫышып, бер нисә минут ҡына аралашып өлгөрҙө. АҠШ президентының матбуғат секретары Сару Сандерс был осрашыуҙы протоколға кереттермәгән. Тимәк, АҠШ яғы Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу яғында түгел, тип һығымта яһарға мөмкин.

Дональд Трамптың осрашып һөйләшергә бик кәйефе лә булмағандыр. Ни өсөн тигәндә, Вьетнам халҡы уны дош-ман күреп, ҡаршылыҡ акцияһына сығып ҡаршыланы. Эйе, халыҡ хәтере мәңгелек, тиҙәр. Вьетнам халҡы АҠШ-тың баҫҡынсылыҡ һуғышын һаман онота алмай. Ул ваҡиғаларҙы оноторлоҡмо һуң инде. 1955 йылда башланған граждандар һуғышына 1964 йылда АҠШ килеп ҡыҫыла һәм ҡан ҡойош 1975 йылға тиклем дауам итә. 20 йыл дауам иткән һуғышта Көньяҡ Вьетнамда 250 мең, Төньяҡ Вьетнамда 1 миллион 100 мең кеше һәләк була. Шуға ла уларҙа АҠШ-ҡа ҡарата күралмаусанлыҡ тойғоһо йәшәй. Вьетнам һуғышында АҠШ 58 меңдән ашыу кешеһен юғалта. Дональд Трамп быны яҡшы аңлай һәм шуға ла хужаларҙан ҙур ихтирам өмөт итмәй генә, саммит тамамланыу менән бер яңғыҙы ғына самолетына ултырып һыпыртыу яғын ҡараны. Дөйөм алғанда, саммит эшлекле шарттарҙа үтте.


Европалағы төп союздашыбыҙ


Словенияла президент һайлауының икенсе туры булып үтте. 22 октябрҙә булып үткән тәүге турҙа 9 кандидат ҡатнашып, береһе лә тейешле тауыш йыя алмағайны. Икенсе тур 12 ноябрҙә булып үтте һәм унда тәүге турҙа 47 процент тауыш йыйған ғәмәлдәге ил етәксеһе Борут Пахор һәм 25 процент тауыш йыйған Марьян Шарец ҡатнашты. Әйтергә кәрәк, икенсе турҙа һайлаусыларҙың күпселек тауышын йыйып, Борут Пахор еңеп сыҡты. Уның еңеүе илебеҙ өсөн дә бик мөһим. Сөнки Словения Европала илебеҙҙең төп союздаштарының береһе булып тора. Һуңғы йылдарҙа Рәсәй-Словения мөнәсәбәттәре йылдан-йыл яҡшыра бара, ике ил араһындағы хеҙмәттәшлек нығый, тауар әйләнеше арта. Мәҫәлән, былтыр ике ил араһындағы тауар әйләнеше 879 миллион доллар булған һәм был 2015 йылдағынан байтаҡҡа күберәк. Былтыр Рәсәй Словения иҡтисадына 500 миллион доллар күләмендә инвестиция һалған. Иҡтисадта ғына түгел, мәҙәни һәм фән өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек нығый. Европаның башҡа илдәрендә совет һалдаты һәм Рәсәйгә ҡағылышы булған һәйкәлдәрҙе емергән бер ваҡытта, былтыр Словенияла совет һалдатына һәйкәл астылар. Был тантанала Владимир Путин да ҡатнашты. Словения етәкселеге лә Бөйөк Еңеүҙең 60, 65, 70 йыллыҡ юбилейҙарына арналған байрам парадында ҡатнашты. Илебеҙ менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткәне өсөн Евросоюз Словенияны ҡыҫымға алмаҡсы ла була. АҠШ НАТО көстәрен Румынияла, Польшала урынлаштырған бер мәлдә, киләсәктә бәлки Рәсәй үҙ хәрби базаһын Словенияла булдырыр. Европа илдәре һәм АҠШ ошонан шөрләй ҙә инде һәм шуға ла улар өсөн власть алмашынһа ҡулайыраҡ. Борут Пахорҙың тағы ла биш йылға президент итеп һайланыуы иһә илебеҙ өсөн ҡулай.


Кисәге дуҫтар бөгөн дошман


Украинала йәнә сыуалыш башланырға тора. Был юлы Петр Порошенконың кисәге дуҫтары – Грузияның элекке президенты, Одесса ҡалаһының элекке мэры һәм бөгөнгө оппозициялағы сәйәсмән Михаил Саакашвили, “Батькивщина” (Юлия Тимошенко партияһы), “Свобода” партиялары һәр йәкшәмбе һайын майҙанға сығып, бөгөнгө власҡа үҙ талаптарын ҡуя. М.Саакашвили белдереүенсә, талаптар үтәлмәгән осраҡта, Украина халҡы Яңы йылды Порошенкоһыҙ ҡаршылаясаҡ. Был инде яңы сыуалыш, яңы ҡан-ҡойош тигән һүҙ. Оппозиция вәкилдәре Юғары Рада бинаһы эргәһендәге майҙанда палатка ҡаласығы ҡорған һәм шунан китмәйҙәр. Ябай халыҡҡа иһә сәйәсмәндәрҙең ыҙғышынан бер файҙа ла юҡ.
Читайте нас: