Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауға әҙерлек сиктәрендә райондың территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Р.И.Зверева участка һайлау комиссиялары ағзалары менән урындарға барып осрашыуҙар үткәрҙе.
Римма Ишмырҙа ҡыҙы һөйләүенсә, был осрашыуҙарҙа Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауға әҙерлек һәм участка һайлау комиссиялары составы резервына тәҡдимдәр ҡабул итеү сроктары хаҡындағы участка һайлау комиссиялары ағзаларын хоҡуҡи яҡтан уҡытып алыу мәсьәләләре тикшерелде. Участка һайлау комиссияларының һәр ағзаһының үҙенә йөкмәтелгән эшкә ҡарата яуаплылығы үҫә барыуы, был эштә һәр төрлө етешһеҙлектәргә, илке-һалҡылыҡҡа юл ҡуйылмаҫҡа кәрәклеге билдәләп үтелде, һайлау тураһында ҡануниәтте боҙған өсөн язаның ҡатыланыуы хаҡында әйтелде.
Шулай уҡ һайлау кампанияһының һәр этабында һайлау комиссиялары алдында торған бурыстарға ла иғтибар йүнәлтелде. Һайлау комиссиялары эшмәкәрлегендә төп йүнәлештәр араһында һайлаусылар исемлеге менән эшләү, һайлау участкаларын компьютер техникаһы менән йыһазлау, һайлаусыларға мәғлүмәт еткереү, тауыш биреү биналарын әҙерләү, шулай уҡ теркәлгән кандидаттарға һәм сәйәси партияларға халыҡ алдында агитация саралары уҙғарғанда булышлыҡ итеү айырып күрһәтелде.
Кәңәшмәләрҙә ҡатнашыусылар “Мобиль һайлаусы” тигән яңы технология ҡулланылыуы, һайлаусыларҙың һайлауҙа үҙе булған урында ҡатнашыуының яңы тәртибен бойомға ашырыуға ҡарата төп талаптар хаҡында ла фекер алышты. 2018 йылдың 18 мартында үтәсәк Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа граждандар үҙе был мәлдә булған урында, беркетмә таныҡлыҡтарһыҙ ғына тауыш бирә ала. Бының өсөн алдан, тауыш бирерҙән 45 көндән дә иртәрәк түгел һәм 5 көндән дә һуңламайынса иң яҡындағы территориаль йәки участка һайлау комиссияһына ғариза бирергә кәрәк. Граждандарға уңайлы булһын өсөн ғаризаларҙы күп функциялы үҙәктәрҙә һәм “Дәүләт хеҙмәттәре” (“Госуслуги”) порталында ла ҡабул итәләр.
- Ошоға бәйле үҙебеҙҙең коллегаларҙы яңылыҡтар индереү буйынса эште ойоштороуға айырыуса яуаплы ҡарарға саҡырабыҙ. Һайлау комиссиялары өсөн был ҙур эш булып тора, улар эш барышында мәғлүмәт системалары аша һайлаусыны теркәлгән йәшәү урынынан иҫәптән алып, граждандың үҙенең шәхсән ҡатнашлығынан тыш уны яңы участкаға беркетәсәк. Яңылыҡ һайлау комиссияларынан ентеклелек һәм һайлауға әҙерлектең һәр этабында яуаплы эшләүҙе талап итә, - тип билдәләне Р.И.Зверева.