+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
16 Март 2018, 12:13

Һайлауға барыу өсөн төп 5 сәбәп

18 март – Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау көнө. Ни өсөн һайлау көнө һәм Рәсәйҙең һайлауға хоҡуғы булған гражданы өсөн һайлауға барыу айырыуса мөһим. Бында бер нисә сәбәпте айырым билдәләп үтергә мөмкин.

18 март – Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау көнө. Ни өсөн һайлау көнө һәм Рәсәйҙең һайлауға хоҡуғы булған гражданы өсөн һайлауға барыу айырыуса мөһим. Бында бер нисә сәбәпте айырым билдәләп үтергә мөмкин.

Иң тәүге мөһим сәбәптәрҙең береһе булып Рәсәйҙең Төп законы – РФ Конституцияһы менән нығытылған илдең барлыҡ граждандарының да һайлауға хоҡуҡлы булыуы. Һайлауға хоҡуғы булған һәр кем ил менән идара итеү процесына, шулай уҡ туранан-тура власҡа йоғонто яһай алыу мөмкинлегенә эйә. Шундай хоҡуҡ бирелгән икән, унан баш тартырға ярамай, ә үҙеңдең позицияңды белдерергә кәрәк. Тап һайлаусылар үҙгәрештәр процесын башлап ебәрә ала.

Икенсе сәбәп: һәр рәсәйле һайлауҙа ҡатнашып, киләһе президентлыҡ мөҙҙәтендә ил менән кем идара итәсәгенә ышаныс белдерә. Кеше йәмғиәттә йәшәй икән, дөйөм эштәрҙә ҡатнашырға тейеш.

Үҙ тауышыңды ышанған кандидатыңа ғына бирергә мөмкин һәм кәрәк. Ил президентын һайлау алты йылға бер тапҡыр ғына була һәм тормошоңда булған уникаль мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырырға ярамай.

Өсөнсө сәбәп – ул теләһә ҡайһы пландағы һайлауҙа ҡатнашыу теләге булған үҙеңдең шәхси гражданлыҡ позицияңды ғәмәлгә ашырыу.

Һайлауға килеүселәрҙең максималь күплеге – ул дүртенсе сәбәп. Ғәҙел һайлау – ул һайлауға күпләп килеү. Күберәк һайлаусының үҙ теләген белдереүе был теләктең күләмлерәк булыуын күрһәтә. Һайлаусыларҙың әүҙем гражданлыҡ позицияһы алып барыуы, һайлауға күпләп килеүе уларҙың үҙҙәренең һәм илебеҙҙең киләсәген ҡайғыртыуы хаҡында һөйләй.

Быйылғы һайлау башҡаларынан ныҡлы айырыла: беҙ ил етәксеһен һайлайбыҙ. Президент ил Конституцияһының гаранты булып тора. Ул илдең эске һәм тышҡы сәйәсәтен билдәләй, граждандарҙың ирке һәм хоҡуғы өсөн яуаплы. Бөгөнгө шарттарҙа халыҡ-ара хәлде лә иҫәпкә алмай булмай. Ҡайһы бер көстәр илебеҙҙәге һайлауға төрлөсә ҡаршылыҡ күрһәтергә ынтыла. Көнбайыш Европа һәм АҠШ сәйәсмәндәренең илебеҙгә ҡарата (йәғни беҙҙең һәр беребеҙгә ҡарата тип аңларға кәрәк) булған ҡаршылығын еңеү өсөн үҙ теләгебеҙҙе тормошҡа ашырырға тейешбеҙ. Был һайлауға килеүгә бишенсе сәбәп булып тора. Ошондай шарттарҙа һайлауҙарҙың ғәҙел, асыҡ һәм тыныс шарттарҙа үтеүе айырыуса мөһим. Бындай осраҡта һайлаусылар ҡәнәғәт ҡала, ә кандидаттарҙың һайлау йомғаҡтары буйынса дәғүәһе булмай. Һуңғы арала һайлау законына байтаҡ ҡына үҙгәрештәр индерелде һәм был яңылыҡтар һайлау процесын ғәҙел һәм демократик юл менән башҡарып сығыуға, ә һайлауҙы ойоштороусыларға, участка һайлау комиссияларына ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Шундай яңылыҡтарҙың береһе булып протоколдарҙағы мәғлүмәти кодты машина ярҙамында уҡыу тора. Был яңылыҡты беҙ былтыр сентябрь айындағы һайлауҙа ҡулланып ҡараныҡ һәм тауыш биреүгә йомғаҡ яһағанда процедураның асыҡлығына, хаталарға юл ҡуймауға, ваҡытты экономиялап булыуға инандыҡ.

Тауыш биреү көнөндә йәшәү урының буйынса теркәлгән урында ғына түгел, йәшәгән урының буйынса ла мобиль һайлаусыға тауыш биреү мөмкинлеге булдырыла. Беҙҙең район өсөн был айы-рыуса актуаль. Ни өсөн тигәндә йәштәр төрлө ҡалаларҙа уҡып йөрөй, вахта ысулы менән ситтә эшләп йөрөүселәр ҙә байтаҡ. Йәшәгән йортонан алыҫта булған осраҡта ла һайлаусыға тауыш биреү мөмкинлеге бар. Бының өсөн элекке кеүек йәшәгән урының буйынса

участка һайлау комиссияһынан иҫәптән төшөү таныҡлығы алыу талап ителмәй. Бының өсөн үҙең теләгән һайлау участкаһына йә булмаһа Күп функциялы үҙәккә ғариза менән мөрәжәғәт итеү ҙә етә. Районда бындай мөмкинлектән 603 һайлаусы файҙаланды ла инде. Ә 13 марттан 17 мартта 14.00 сәғәткә тиклем йәшәү урының буйынса теркәлгән участка һайлау комиссияһына махсус ғариза менән мөрәжәғәт итергә була.

Һайлауға һайлаусыларҙың күпләп килеүен тәьмин итеү барлыҡ кимәлдәге һайлау комиссияларының эш сифаты ла булып тора. Граждандар ҡасан, ҡайҙа, ниндәй һайлау буласағын алдан белергә тейеш. Шул маҡсаттан участка һайлау комиссиялары ағзалары һәр йортҡа инеп башта һайлаусылар исемлеген асыҡланылар, икенсе этапта һайлауға саҡырыу ҡағыҙҙары таратып сыҡтылар. Был сараларҙың төп маҡсаты булып тауыш бирергә килә алмаусы инвалидтар, сирлеләр һанын асыҡлау торҙо. Әгәр ҙә һеҙ тауыш биреү көнөндә һаулығығыҙ торошо буйынса һайлауға бара алмайһығыҙ икән, 18 март көндө 14.00 сәғәткә тиклем участка һайлау комиссияһына өйҙә тауыш бирергә теләүегеҙ хаҡында белгертергә тейешһегеҙ.

Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, тауыш биреү көнөндә һайлау участкаһынан алыҫта урынлашҡан ауылдарҙағы һайлаусыларҙы һайлауға алып килеү өсөн транспорт саралары бүленәсәк, был көндө һайлау участкаларында төрлө учреждение белгестәре, табиптар, депутаттар халыҡты ҡабул итеүҙе ойошторасаҡ. Тауыш биреү 08.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем була. Тәүге тапҡыр һайлаусыларҙы бүләкләү ҡаралған. Хөрмәтле ра-йондаштар! Илебеҙ яҙмышы хәл ителгәндә һайлауҙан ситтә тороп ҡалмағыҙ, барығыҙҙы ла һайлау участкаларында
Читайте нас: