Тура бәйләнеш барышында Рөстәм Хәмитов күп
фатирлы йорт төҙөү барышында алданыусылар һорауына яуап бирҙе. Уның
белдереүенсә, әле Өфөлә ошондай 77 йорт иҫәпләнә һәм алданыусы
кешеләрҙең һаны 5 мең 600-ҙән ашыу. Рөстәм Зәки улы ҡайһы йорттоң ҡасан
файҙаланыуға тапшырыласағын белдерҙе. Республика ҡаҙнаһына өҫтәмә сығым
булып ятһа ла, "дольщиктар" менән эшләүҙе туҡтатмаясаҡбыҙ, уларҙың
һорауын тулыһынса ҡәнәғәтләндерәсәкбеҙ,-тине. Ул шулай уҡ был йәһәттән
хоҡуҡ һаҡлау органдарына был мәсьәләне етди контролгә алырға ҡушты.