+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
20 Апрель 2018, 14:57

Бөрйән бал ҡортон һаҡлайыҡ!

Рус География үҙәге етәксеһе Камил Йыһаншин бөрйән бал ҡорто популяцияһын һаҡлап алып ҡалыу маҡсатында сит төбәктәрҙән, айырыуса Азия, Кавказ төбәгенән сит ҡорттарҙы индереүҙе тыйыу, республикала урындағы тоҡомло бал ҡорттарын һаҡлап ҡалыу өсөн махсус программа ҡабул итеү кәрәклеген еткерҙе. Апимондия - 2021 ҡортсоларҙың халыҡ-ара симпозиумын үткәрергә торғанда был мәсьәлә айырыуса мөһим, тине Камил Йыһаншин.

- Был мәсьәләне хәл итеү буйынса сара күрергә ҡушырмын, бөрйән бал ҡорто бик үҙенсәлекле, уны һаҡлап ҡалырға кәрәк, -тине Республика Башлығы.
Читайте нас: