-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
20 Апрель 2018, 14:34

Путевка хаҡы ни өсөн ҡиммәт?

Тура бәйләнеш барышында ошондай һорауға яуап бирҙе Рөстәм Хәмитов.-Беҙҙең шифаханаларҙың хаҡы үтә ҡиммәт - был факт. Республика халҡының үҙебеҙҙәге шифаханаларҙа ял итеү мөмкинлеге күпкә юғарыраҡ булырға тейеш.

Тура бәйләнеш барышында ошондай һорауға яуап бирҙе Рөстәм Хәмитов.

-Беҙҙең шифаханаларҙың хаҡы үтә ҡиммәт - был факт. Республика халҡының үҙебеҙҙәге шифаханаларҙа ял итеү мөмкинлеге күпкә юғарыраҡ булырға тейеш.

Беҙ ситуацияны анализлайбыҙ һәм шуны күрәбеҙ, шифаханаларыбыҙ
матди-техник йыһазландырылыш, хеҙмәт күрһәтеү сервисы һәм путевка хаҡы
буйынса 20-се быуатта тороп ҡалғандар. Беҙ шифаханалар менән идара
итеүҙең яңы системаһын булдырасаҡбыҙ, ул әле эшләнә. Баш табиптар менән
һөйләштем, хаҡты төшөрөү мөмкин түгел. Беҙҙә 100 ял итеүсегә 150
хеҙмәткәр тура килә, шуға ла хаҡтар юғары. Был эш менән шөғөлләнәбеҙ һәм
шөғөлләнәсәкбеҙ. Ситтән инвесторҙар килтереп, өҫтәмә корпустар төҙөп
хаҡты арзанайтырға өлгәшергә була. Бының өҫтөндә эшләргә кәрәк, барыһына
ла өлгөрөп булмай. "Янғантау"ҙа - 800 урынына 1500, "Красноусол"да 550
урынына 1000 мең кеше ял итә алырға тейеш. Шул сағында путевкалар ҙа
осһоҙораҡ буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанға туристар ағымы арта.
Әлбиттә, темп икенсерәк кәрәк, әммә барыһы ла ресурстарға бәйле,- ти
Рөстәм Зәки улы.
Читайте нас: