+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
20 Апрель 2018, 14:45

Тура бәйләнеш тамамланды

Рөстәм Хәмитов менән 2 сәғәт ярым барған тура бәйләнеш тамамланды. Һорауҙан төрлө өлкәләргә ҡағылды. Демография, һаулыҡ һаҡлау, алданған
өлөшсәләр, Мәскәү ҡалаһы, Силәбе өлкәһе башҡорттарының туған телде,
мәҙәниәтте һаҡлап ҡалыу тураһындағы һорауҙары, спортты үҫтереү,
ауылдарҙа юл юҡлығы буйынса ла һаорауҙар булды. Ғафури районы Еҙем-Ҡаран
урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Эльмир Сәғитов тыуған ауылы
Ҡыҙыльярҙа Интернет булмауына, мәктәптә компьютер класының, интерактив
тактаның туҙыуына зарланды. Рөстәм Хәмитов был мәсьәләләрҙе ыңғай хәл
итергә һүҙ бирҙе. Шулай уҡ "Красноусол" шифаханаһында ял урындарҙы
арттырыу тураһында ла һорау булды. Ғөмүмән, бер генә һорау ҙа яуапһыҙ
ҡалманы.
Читайте нас: