+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
20 Апрель 2018, 14:29

Ҡыҙыл Ярҙа Интернет буласаҡ

Тура бәйләнеш барышында Еҙем-Ҡаран урта мәкәтбенең 9-сы класс уҡыусыһы Эльмир Сәғитов тыуған ауылы Ҡыҙыл Яр ауылында Интернет юҡлығына зарланған ине. Рөстәм Хәмитов был хаҡта: "Бөгөн Интернет текәлек түгел, ә заман талабы.

Тура бәйләнеш барышында Еҙем-Ҡаран урта мәкәтбенең 9-сы класс уҡыусыһы Эльмир Сәғитов тыуған ауылы Ҡыҙыл Яр ауылында Интернет юҡлығына зарланған ине. Рөстәм Хәмитов был хаҡта: "Бөгөн Интернет текәлек түгел, ә заман талабы. Республикала барлыҡ мәкәтәптәрҙе лә юғары тиҙлекле Интернет селтәренә тоташтырыу программаһы эшләй. Әлегә 10 мб/с тиҙлекле Интернет менән мәғариф учреждениеларының яртылашы ғына файҙалана. Әммә был тәңгәлдә эш алып барыла. Ә бәләкәй ауылдарҙы Интернет селтәренә тоташтырыу проблемаһы бар һәм ул республиканың 3 мең тораҡ пунктына актуаль булып тора. Был мәсьәлә лә контролдә тотола. 2019 йыл аҙағына Интернет иң төпкөл ауылдарға ла барып етәсәк,- тине Р. Хәмитов.

Еҙем-Ҡаран мәктәбе уҡыусыһының Рөстәм Хәмитовҡа биргән һорауына Ғафури район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов аңлатма бирҙе:

-Еҙем-Ҡаран урта мәктәбендә компьютер класы
бар һәм ул тулыһынса йыһазландырылған. Интерактив таҡта, компьютер,
Интернет селтәре уҡыусыларға информатика менән шөғөлләнеү өсөн
мөмкинлектәр бирә. Ә бына Еҙем-Ҡаран ауылында Интернет селтәре булһа ла,
яҡын тирәләге бәләкәй ауылдарҙа, шул иҫәптән Ҡыҙыл Яр ауылында ла
Интернет юҡ. Бында 20-ләгән йортта 50-ләп кеше йәшәй. Әммә Интернет
мәсьәләһе хәл ителерлек һәм хәл ителәсәк. Элемтәселәр менән һөйләшеүҙәр
алып барыла. Оҙаҡламай бәләкәй ауылдар, шул иҫәптән Ҡыҙыл Яр ауылы ла
Интернет селтәренә тоташтырыласаҡ.
Читайте нас: