Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов менән тура бәйләнеш ике сәғәт ярым дауам итте. Тәүге һорау республиканың иҡтисади хәленә бәйле ине. Рөстәм Зәки улы республиканың былтырғы эшмәкәрлегенә ҡыҫҡаса байҡау яһаны.
Уның белдереүенсә, иҡтисади үҫеш, килемгә һалым буйынса һиҙелерлек алға китеш бар. Шул уҡ ваҡытта демография мәсьәләһе бик киҫкен тора. Мәҫәлән, былтыр республикала 50 меңгә яҡын сабый тыуған. Был 2016 йылдағы менән сағыштырғанда 10 процент самаһына кәм. Шулай уҡ республикала инвестиция йәлеп итеү кимәле лә кәмегән.
Республика Башлығы тапшырыуҙы алып барыусының һорауына яуап биреп, 18 апрелдә булып үткән Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы хәлгә лә аңлатма бирҙе.
Рөстәм Хәмитов тәбиғәт ҡомартҡылары булған Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштау яҙмыштары хаҡындағы һорауға яуап биреп, был тәбиғәт ҡомартҡыларының статусы тейелгеһеҙ булыуын, ә предприятиеларға эшкәртеү өсөн республикала ошоға оҡшаш эзбиз ятҡылыҡтарының күп булыуын белдерҙе.
Тура бәйләнеш барышында Рөстәм Хәмитов күп фатирлы йортто өлөшсәләр ярҙамында төҙөү барышында алданыусылар һорауына яуап бирҙе. Уның белдереүенсә, әле Өфөлә ошондай 77 йорт иҫәпләнә һәм алданыусы кешеләрҙең һаны 5600-ҙән ашыу. Рөстәм Зәки улы ҡайһы йорттоң ҡасан файҙаланыуға тапшырыласағын белдерҙе. Республика ҡаҙнаһына өҫтәмә сығым булып ятһа ла, "дольщиктар" менән эшләүҙе туҡтатмаясаҡбыҙ, уларҙың һорауын тулыһынса ҡәнәғәтләндерәсәкбеҙ, - тине. Ул шулай уҡ был йәһәттән хоҡуҡ һаҡлау органдарына был мәсьәләне етди контролгә алырға ҡушты.
Мәскәү башҡорттары һорау бирҙе
Студент Азат Ҡаҙаҡбаев юғары һөнәри белем алып сыҡҡандан һуң Башҡортостанға эшкә ҡайтырғамы, әллә Мәскәүҙә ҡалырғамы, республикала беҙҙе ни көтә, тигән һорау бирҙе. Шулай уҡ Мәскәүҙә эшләп килгән "Аҡ тирмә" башҡорт милли мәҙәни үҙәгенән Юлиә Әхмәтова рес-публиканан даими ярҙам һораны. Рөстәм Зәки улы баш ҡалала уҡыусы студенттар менән Мәскәүҙә киләһе аҙнала уҡ осрашып һөйләшәсәген, һәм уларҙы республикала һәр саҡ көтөп ҡаласаҡтарын белдерҙе. Юлиә Әхтәмованың һорауына яуап биреп, "Аҡ тирмә"гә милли музыка уйын ҡоралдары, милли кейемдәр, аппаратуралар, милли биҙәүестәр һатып аласаҡтарын белдерҙе.
Күмертауҙан ҡасан эштән китәсәген һоранылар.
Рөстәм Зәки улы белдереүенсә, уның 2019 йылда һайланыу мөҙҙәте тамамлана. Әммә әлегә ул пенсияға китергә йыйынмай, халыҡ һораһа эшләргә әҙер. Ул аҙнаһына 7 көн эшләүен белдерҙе. Закон буйынса Рес-публика Башлығы ике тапҡыр рәттән бер вазифаға һайлана ала.
Депутаттар ниндәй булырға тейеш?
Рөстәм Хәмитовтан БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары итеп кемдәрҙе күрергә теләүен һоранылар. Уның белдереүенсә, республика парламентында профессионалдар эшләргә тейеш. 2018 йылдағы һайлауҙар 2013 йылдағыһынан байтаҡҡа айырыласаҡ. 35 йәшкә тиклемге йәштәр күберәк килһә һәйбәтерәк булыр ине. Шул уҡ ваҡытта төрлө партияларҙың, төрлө милләт кешеләренең депутат булып һайланып, күп милләтле республика халҡына хеҙмәт итеүҙәрен теләне.
Нефтекамала яңы мәктәптәр төҙөләсәк
Нефтекаманан бер ханым ҡалаға мәктәптәрҙең етешмәүен белдереп, республика етәксеһенән белем усағы төҙөүҙә ярҙам һораны. Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, киләһе йылдарҙа Нефтекамала 1100 һәм 550 урынлыҡ ике яңы мәктәп төҙөләсәк.
Ҡыҙылъярҙа Интернет буласаҡ
Тура бәйләнеш барышында Еҙем-Ҡаран урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Эльмир Сәғитов тыуған ауылы Ҡыҙылъяр ауылында Интернет юҡлығына, информатика кабинетындағы компьютерҙарҙың һәм интерактив таҡтаның иҫкелегенә зарланған ине. Рөстәм Хәмитов был хаҡта: "Бөгөн Интернет текәлек түгел, ә заман талабы. Республикала барлыҡ мәктәптәрҙе лә юғары тиҙлекле Интернет селтәренә тоташтырыу программаһы эшләй. Әлегә 10 мб/с тиҙлекле Интернет менән мәғариф учреждениеларының яртылашы ғына файҙалана. Әммә был тәңгәлдә эш алып барыла. Ә бәләкәй ауылдарҙы Интернет селтәренә тоташтырыу проблемаһы бар һәм ул республиканың 3 мең тораҡ пунктына актуаль булып тора. Был мәсьәлә лә контролдә тотола. 2019 йыл аҙағына Интернет иң төпкөл ауылдарға ла барып етәсәк, - тине Р.Хәмитов.
Еҙем-Ҡаран мәктәбе уҡыусыһының Рөстәм Хәмитовҡа биргән һорауына Ғафури район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов аңлатма бирҙе:
- Еҙем-Ҡаран урта мәктәбендә компьютер класы бар һәм ул тулыһынса йыһазландырылған. Интерактив таҡта, компьютер, Интернет селтәре уҡыусыларға информатика менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр бирә. Ә бына Еҙем-Ҡаран ауылында Интернет селтәре булһа ла, яҡын-тирәләге бәләкәй ауылдарҙа, шул иҫәптән Ҡыҙылъяр ауылында ла Интернет юҡ. Бында 20-ләгән йортта 50-ләп кеше йәшәй. Әммә Интернет мәсьәләһе хәл ителерлек һәм хәл ителәсәк. Элемтәселәр менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Оҙаҡламай бәләкәй ауылдар, шул иҫәптән Ҡыҙылъяр ауылы ла Интернет селтәренә тоташтырыласаҡ.
Путевка хаҡы ни өсөн ҡиммәт?
- Беҙҙең шифаханаларҙың хаҡы үтә ҡиммәт - был факт. Республика халҡының үҙебеҙҙәге шифаханаларҙа ял итеү мөмкинлеге күпкә юғарыраҡ булырға те-йеш. Беҙ ситуацияны анализлайбыҙ һәм шуны күрәбеҙ, шифаханаларыбыҙ матди-техник йыһазландырылыш, хеҙмәт күрһәтеү сервисы һәм путевка хаҡы бу-йынса 20-се быуатта тороп ҡалғандар. Беҙ шифаханалар менән идара итеүҙең яңы системаһын булдырасаҡбыҙ, ул әле эшләнә. Баш табиптар менән һөйләштем, хаҡты төшөрөү мөмкин түгел. Беҙҙә 100 ял итеүсегә 150 хеҙмәткәр тура килә, шуға ла хаҡтар юғары. Был эш менән шөғөлләнәбеҙ һәм шөғөлләнәсәкбеҙ. Ситтән инвесторҙар килтереп, өҫтәмә корпустар төҙөп хаҡты арзанайтып була. Бының өҫтөндә эшләргә кәрәк, барыһына ла өлгөрөп булмай. "Янғантау"ҙа - 800 урынына 1500, "Красноусол"да 550 урынына 1000 кеше ял итә алырға тейеш. Шул сағында путевкалар ҙа осһоҙораҡ буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанға туристар ағымы арта. Әлбиттә, темп икенсерәк кәрәк, әммә барыһы ла ресурстарға бәйле, - тине Рөстәм Зәки улы.
Беҙҙең районға ҡағылышлы тағы ла бер һорауҙы Красноусолда “Рәхмәт” магазины (К.Маркс урамы, элекке военкомат эргәһе) тотоусы Стәрлетамаҡ ҡалаһы эшҡыуары
Ул социаль эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүен (кейем-һалым магазины пенсионерҙар, күп балалы ғаиләләр, инвалидтар өсөн), әммә уға урындағы властың ҡайтарып бирмәү шарты менән бина бирмәүҙәренә зарланды. Рөстәм Зәки улы бындай осраҡта ҡайтарып бирмәү шарты менән бина биреү маҡсатҡа ярашлы түгел, ә бына льготалы шарттарҙа бина бүлеү буйынса Рәмил Зәкәриә улы менән һөйләшермен, тип белдерҙе.
Был мәсьәлә район хакимиәтенә яҡшы таныш булып сыҡты. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов был хәлгә түбәндәгесә аңлатма бирҙе:
Закон буйынса, муниципаль милектәге бина социаль йүнәлешле ойошмаға (НКО, Мәрхәмәтлек фонды) льготалы хаҡҡа ҡуртымға бирелергә тейеш. Әммә һорау биреүсе эшҡыуарҙың эшмәкәрлеге (шәхси эшҡыуарҙарҙың Берҙәм дәүләт реестрына индерелгән мәғлүмәте буйынса элек ҡулланылышта булған әйберҙәрҙе ваҡлап һатыу тип күрһәтелгән) социаль йүнәлешле тип күрһәтелмәгән. Шуға ла муниципаль милекте ҡуртымға алыу буйынса аукционда дөйөм исемлек буйынса ғына ҡатнаша ала. Тап шуның өсөн Р.Дауытова, үҙе белдереүенсә, “стандарт формалағы кире ҡағыу” яуабы ала. Шул уҡ ваҡытта, ра-йон хакимиәте һәр төрлө һорау буйынса конструктив һөйләшеүгә әҙер. Килеп тыуған хәлде берлектәге ҡарар ҡабул итеү юлы менән һәр саҡ йырып сығыу мөмкинлеге бар.
300 мең һумға кемдәр дәғүә итә?
Әбйәлил районы үҙәге Асҡар ауылынан юрист урындағы халыҡ мәнфәғәтенән сығып һорау бирҙе. Уның белдереүенсә, район ҡатын-ҡыҙҙарының күбеһе бала табыу йортона Магнитогорск ҡалаһына йөрөй. Башҡортостан законы буйынса, сит төбәктә тыуған балаларҙың ата-әсәләре 300 мең һум аҡсаға дәғүә итә алмай. Рөстәм Хәмитов был һорауҙы ныҡлы өйрәнеп, законға үҙгәрештәр индерәсәкбеҙ, республика халҡы был мөмкинлектән мәхрүм булырға тейеш түгел, тине.
Былтыр иген уңды, әммә ауыл хужалығы тауар етештереүселәре өсөн был ҙур бәләгә әүерелә. Ни өсөн тигәндә игендең һатып алыу хаҡы түбән булыуы сәбәпле бөгөн хужалыҡтар уны һата алмай. Был һорауға яуап биреп, Республика Башлығы хәлдән сығыу юлдарын бергәләшеп эҙләйәсәктәре хаҡында белдерҙе.
Бөрйән бал ҡортон һаҡлайыҡ!
Республиканың Рус география үҙәге етәксеһе Камил Йыһаншин Бөрйән бал ҡорто популяцияһын һаҡлап алып ҡалыу маҡсатында сит төбәктәрҙән, айырыуса Азия, Кавказ төбәгенән сит ҡорттарҙы индереүҙе тыйыу, республикала урындағы тоҡомло бал ҡорттарын һаҡлап ҡалыу өсөн махсус программа ҡабул итеү кәрәклеген еткерҙе. Апимондия - 2021 ҡортсоларҙың халыҡ-ара симпозиумын үткәрергә торғанда был мәсьәлә айырыуса мөһим, тине Камил Йыһаншин.
- Был мәсьәләне хәл итеү буйынса сара күрергә ҡушырмын, Бөрйән бал ҡорто бик үҙенсәлекле, уны һаҡлап ҡалырға кәрәк, - тине Республика Башлығы.
Һәр кем үҙ ата-әсәһе телендә һөйләшергә тейеш
Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында йәшәүсе башҡорттар Рөстәм Хәмитовҡа туған телде һаҡлау мәсьәләһен күтәрҙе. Шулай уҡ улар халҡыбыҙҙың төп спорт төрө булған "милли көрәш"те тергеҙеүҙә ярҙам һораны.
Тура бәйләнеш барышында һорауҙар төрлө өлкәләргә ҡағылды. Демография, һаулыҡ һаҡлау, алданған өлөшсөләр, Мәскәү ҡалаһы, Силәбе өлкәһе башҡорттарының туған телде, мәҙәниәтте һаҡлап ҡалыу тураһындағы һорауҙары, спортты үҫтереү, иҡтисади үҫеш, Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөлөшө, экология, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын түгеү, үтилләштереү мәсьәләләре, ауылдарҙа юл юҡлығы бу-йынса ла һорауҙар булды. Ғөмүмән, бер генә һорау ҙа яуапһыҙ ҡалманы. 2011 йылдан башлап уҙғарылған бындай асыҡтан-асыҡ һөйләшеү власть өсөн дә, халыҡ өсөн дә файҙалы. Һорауҙарҙың күплеге иһә халыҡтың бөгөнгө власҡа ышаныс белдереүе хаҡында һөйләй.