11 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика граждандарына мөрәжәғәт итеп, вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында иғлан итте.
Ошо уҡ көндө Рәсәй Президенты Владимир Путин Радий Хәбировты Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләне.
Радий Хәбировҡа 54 йәш, ул Башҡортостандың Ишембай районында тыуған. Элегерәк Р.Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Хакимиәте етәксеһе, Рәсәй Федерацияһы Президентының Эске сәйәсәт идаралығы начальнигы урынбаҫары, һуңғы йылдарҙа Мәскәү өлкәһенең Красногорск ҡалаһы башлығы булып эшләгән.
Төбәк етәксеһе яңы вазифаһын үтәй башланы ла инде: бер нисә эшлекле осрашыу, мөһим кәңәшмәләр үткәрҙе, предприятие, учреждениеларҙа булды.