Башҡортостан Хөкүмәте етәкселеге Премьер-министр Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендә төбәк отставкаға сығыу үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Был хаҡта Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
«Мин Рөстәм Хәбиб улын Премьер-министр сифатында эшен дауам итеүен һораным. Һигеҙ вице-премьерҙың отставкаһын ҡабул иттем. Әгәр улар үҙҙәренең тәжрибәһен һәм һөнәри оҫталығын артабан ҡулланырға теләһә, үҙ урындарын табыр», — тине Радий Хәбиров.
Өс вице-премьер үҙ вазифаларын ваҡытлыса башҡарыуҙы дауам итә. Улар — Илшат Тажетдинов (Хөкүмәт аппараты етәксеһе), Илшат Фәйзрахманов (ауыл хужалығы өсөн яуаплы) һәм Фәрхәд Самедов (республиканың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиле).
Республикала яңы етәкселәр ҙә тәғәйенләнде.
Башҡортостан Хөкүмәтендә төҙөлөш блогы өсөн яуап-лы яңы вице-премьер — Раиф Әбдрәхимов. Быға тиклем ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры булып эшләгән Ленара Иванова Башҡортостан Хөкүмәтендә социаль өлкә өсөн яуаплы вице-премьер итеп тәғәйенләнде. Уның урынына министр вазифаһын башҡарыусы итеп ведомсто башлығының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников тәғәйенләнде.
Башҡортостанда тыуып үҫкән полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов көс структуралары менән эш өсөн яуап биргән, хәүефһеҙлек мәсьәләләре, хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡаршы көрәш һәм мобилизация әҙерлеге менән шөғөлләнгән вице-премьер итеп тәғәйенләнде.
Шулай уҡ 2016 йылдың ноябренән Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығын етәкләгән Евгений Гурьев Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары вазифаһынан бушатылды. Уның вазифаһын вице-премьер статусынан тыш Олег Полстовалов биләне.
Шулай уҡ 2012 йылдың октябренән вазифа биләгән Марат Мәһәҙиевтың һәм сентябрҙә вице-премьер итеп тәғәйенләнгән Фәнзил Сыңғыҙовтың эштән китеүе тураһында иғлан ителде.