+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Декабрь 2018, 18:30

Башҡортостандың бөгөнгө етәксеһе Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылыш – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһен еткерҙе

Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға беренсе Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны. Етәксе үҙенең иң тәүге һүҙҙәрендә үк республиканың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовҡа һәм унан һуң килгән Башлыҡ Рөстәм Хәмитовҡа рәхмәт һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте. “Мортаза Ғөбәйҙулла улына мин тәрән ихтирам менән ҡарайым”, – тине Радий Хәбиров. Был һүҙҙәрҙе “Торатау” конгресс-холы залында ултырған меңгә яҡын кеше алҡыштар менән ҡаршы алды һәм үҙенең хөрмәтен аяғүрә баҫып белдерҙе. Республика Башлығы йылы һүҙҙәрҙе Рөстәм Хәмитов өсөн дә тапты.

Башлыҡ вазифаһын башҡарыусының беренсе Мөрәжәғәтнамәһе үҙенең ябайлығы, зал менән үҙ-ара бәйләнеш шарттарында барыуы, аңлайышлылығы менән айырылып торҙо. Бер сәғәткә яҡын барған телмәрҙе залдағылар тиҫтәләрсә тапҡыр алҡышлап хуплауын белдерҙе. Радий Хәбиров эшендәге төп йүнәлеште билдәләне - һәр кеше хаҡында хәстәрлек күреү, республикала йәшәүселәрҙең һәр береһенең тормошон яҡшыртыу.

Хәҙер күмәк көс менән Мөрәжәғәтнамәлә күтәрелгән мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыу мөһим.


Читайте нас: