-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
19 Март 2019, 14:47

Килешеү төҙөлдө

16 мартта Дөйөм Ҡырым референдумының һәм Ҡырымдың Рәсәй менән ҡушылыуының 5 йыллығына арналған байрам сараларында Башҡортостан делегацияһын ҡабул итеү сиктәрендә Ғафури районы һәм Ҡырым Республикаһының Белогорск районы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.

Мөһим документҡа Белогорск районы муниципаль берәмеге хакимиәте башлығы, район Советы рәйесе Сергей Махонин һәм Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов ҡул ҡуйҙы.

Үҙ-ара эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәренә агросәнәғәт комплексы, төҙөлөш индустрияһы, эшҡыуарлыҡ, сауҙа, мәҙәниәт, спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте, шулай уҡ мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе инә. Килешеү төҙөүсе яҡтар инвестиция һәм инновация-лар өлкәһендә хеҙмәттәшлек итәсәк, иҡтисад, социаль мәсьәләләр, күргәҙмә, йәрминкә, презентациялар ойоштороу буйынса мәғлүмәттәр менән алышасаҡ.


Читайте нас: