"Алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыу миңә халыҡтың ышаныс кимәлен баһалау мөмкинлеген бирәсәк. Ни өсөн Дәүләт Думаһына кандидат булырға теләк белдерҙем, сөнки мин республиканы яҡшы беләм – Башҡортостан юлдары буйлап меңәр километр үттем. Әллә күпме халыҡ менән осраштым, хеҙмәт коллективтарында булдым, уларҙың хәлен яҡшы беләм, проблемалары менән танышмын. Әгәр халыҡ миңә ышана һәм тауыш бирә икән, Дәүләт Думаһында урын өсөн көрәште дауам итәсәкмен. 30 йыл республиканың Эске эштәр министрлығында хеҙмәт итәм, шуның 16-ы йылын - Башҡортостан буйынса ЮХХДИ идаралығы начальнигы булараҡ. Үҙемде яңы сифатта һынап ҡарарға тәҡдим иткәстәр, ризалаштым. Стәрлетамаҡ ҡала округы буйынса депутат булараҡ ҡатнашасаҡмын.
Күптәр ни өсөн тап ошо партиянан икәнемде һораша, сөнки минең өсөн "Берҙәм Рәсәй" - был тәү сиратта беҙҙең президент Владимир Путин, республикала - Радий Хәбиров. Мин уларҙы ихтирам һәм хөрмәт итәм, тап Радий Хәбиров етәкселегендәге республика үҫешенә үҙ өлөшөмдө индерергә теләйем. Кандидаттарға алдан тауыш биреү процедураһында еңеп сығып, Дәүләт Думаһы депутаты булып үтергә тура килһә, тәүге сиратта республика юлдарындағы проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итәсәкмен. Сөнки был мәсьәләләр миңә бик таныш, уларҙы хәл итеү юлы тик федераль кимәлдә, федераль сығымдар ярҙамында буласаҡ. Ошо йүнәлештә эштәр алып барырға теләйем, шулай уҡ республика ныҡлы үҫешһен өсөн юлдарҙың сифатын яҡшыртыу, уларҙы хәүефһеҙ итеү, федераль үҙәктән инвестициялар йәлеп итеү кеүек мөһим проблемаларҙы хәл итергә бар көсөмдө һаласаҡмын", - тине ул.
Быйыл тауыш биреү беренсе тапҡыр бөтә илдә электрон рәүештә үткәрелә. "Берҙәм Рәсәй" партияһы сараның ғәҙел, хәүефһеҙ уҙыуын тәьмин итәсәк.