-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Урмансы - халыҡ байлығын һаҡлаусы

Сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан БР “Урмансылыҡтар идаралығы” Дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Ғафури урмансылығы буйынса “Ғафури урмансылығы” бүлеге начальнигы Әнәс Әхәт улы СӘЙФУЛЛИНға мөрәжәғәт иттек. Һүҙ - уға: -Предприятиебыҙҙың атамаһы нисек кенә үҙгәреп тороуға ҡарамаҫтан, эшмәкәрлегебеҙ үҙгәрешһеҙ ҡала. Урмандарҙы контролдә тотоу, күҙәтеү, идаралыҡ итеү беҙҙең төп эшмәкәрлек булып тора. Атап әйткәндә, урмандарҙы һаҡлайбыҙ, физик шәхестәргә һәм юридик берәмектәргә ҡуртымға биреү менән шөғөлләнәбеҙ. Шулай уҡ беҙҙең эшмәкәрлеккә диләнкә алыуға, урман участкаларын бүлеп биреүгә (сабынлыҡ, умарталыҡ ҡуйыу, турбаза урынлаштырыу өсөн һ.б.) рөхсәт, белешмә һәм башҡа документтар әҙерләп биреү инә. Район биләмәһендәге дәүләт урман фонды ерҙәрендә, мәҫәлән, бер нисә туристик фирма (“Артыш”, “Ҡуйлытамаҡ”, “МП-строй”, “Агролэнд” хужалығы турбазалары һ.б.), әллә күпме умартасы үҙ эшмәкәрлеген алып бара. Ғөмүмән, 100-ҙән ашыу арендасы иҫәпләнә. Урмандан ҡуртымға ер алып, үҙ эшмәкәрлеген асырға теләүселәргә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ. Әлеге мәлдә штатта 8 кеше иҫәпләнә. Йылдың-йылы эшмәкәрлегебеҙ өсөн пландар еткерелә. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр тарафынан планға ярашлы, 130 саҡрымда янғынға ҡаршы һыҙаттар булдырылды, план буйынса 10 ял итеү урындары (беседкалар, эскәмйәләр ҡуйыу) төҙөкләндерелергә тейеш булһа, ул арттырып үтәлеп, 21 дана тәшкил итте, урман янғындарын иҫкәртеү буйынса аншлагтар 15 урынына 35 урынлаштырылды, 83 гектар майҙанда йәш үҫентеләр үҫеше өсөн ҡарт ағастарҙы киҫеү - 86 процентҡа, 50 гектарҙа ағастарҙы һирәгәйтеү эштәре - 71 процентҡа, 50 гектар майҙанда ағастарҙы киҫеп урман аша һыҙат булдырыу 80 процент тирәһенә үтәлде. Урман хужалығындағы яңылыҡтарҙан яңы урман хужалығы регламенты ҡабул ителеүен билдәләп үтергә кәрәк. Был йәһәттән районыбыҙҙа урмандарҙың урынлашыу картаһы төҙөлдө. Йыл аҙағына өс районға (Ғафури, Ишембай, Стәрлетамаҡ) тәғәйенләнгән бер урмансылыҡ эшмәкәрлегендә юғары технологияға эйә ҡеүәтле сит ил техникаһы (хаҡы – 30 миллион һум) ҡайтарылыуы көтөлә. Киләһе йылға иһә штаттар, эш хаҡтары артыуы күҙаллана. Коллективҡа килгәндә, ул ҙур булмаһа ла ышаныслы, тотороҡло, үҙ эшенең оҫталарына әйләнгән хеҙмәткәрҙәрҙән тора, һәр береһе маҡтауға лайыҡ. Шулай ҙа һөнәри байрамыбыҙ уңайынан бер нисәүһе, атап әйткәндә, урмандарҙы һаҡлау буйынса инженер Әмир Ғәли улы Сәйғафаров, Табын һәм Усолка урмансылыҡтарының участка лесничийҙары Рәүеф Лотфрахман улы Йәнмырҙин менән Николай Михайлович Алексеев Маҡтау грамоталарына тәҡдим ителде. Форсаттан файҙаланып, районда урман ресурстарын рациональ файҙаланыуға булышлыҡ итеүсе һәм йәшел байлығыбыҙҙы тулыландырыуҙа арымай-талмай эшләүсе барлыҡ урман эшсәндәрен, коллегаларҙы, ғүмерҙәрен урман тармағы менән бәйләп, хаҡлы ялға сыҡҡан ветерандарыбыҙҙы һөнәри байрамыбыҙ - Урман эшсәндәре көнө менән ҡотлайым. Иҫәнлек-һаулыҡ, хеҙмәт уңыштары, халыҡ байлығы булған урмандарҙы һаҡлауҙа һәм арттырыуҙа уңыштар, урмандарыбыҙҙың мәңге шаулап тороуын теләйем.

Читайте нас: