27 ноябрҙә Ишембай ҡалаһында үҫмерҙәр араһында Республика беренселегенә ҡул һуғышы ярышы үтте. Төрлө ҡала, райондарҙан килгән 11 команда составында 236 спортсы ҡатнашты.
Был сарала районыбыҙ данын "Батыр” үҫмерҙәр хәрби-патриотик клубы ағзалары лайыҡлы яҡланы. Көсөргәнешле бәйге һөҙөмтәләре буйынса 55 кг ауырлыҡта 14-15 йәштәгеләр араһында Динар Ваһапов (КБГИ) 1-се урынды, ошо уҡ ауырлыҡта 13-14 йәшлектәр араһында Денис Ураҙғолов (3-сө мәктәп) – 2-се, 50 кг-ға тиклем ауырлыҡта 14-15 йәштәгеләр араһында Камил Шаймарҙанов (КБГИ) – 3-сө, 35 кг-ға тиклем ауырлыҡта 12-13 йәшлектәр араһында Әлфир Нәзиров (3-сө мәктәп) – 3-сө, 60 кг-ға тиклем ауырлыҡта 16-17 йәшлектәр араһында Илдар Ураҙғолов (3-сө мәктәп) – 3-сө (тренерҙары – Илдар Абыҙгилдин), 45 кг-ға тик-лем ауырлыҡта 11-12 йәшлектәр араһында Александр Зимин (Табын мәктәбе, тренеры – Николай Николаев) 3-сө урындарҙы яуланы. Шулай уҡ Динар Ваһапов ҡул һуғышы буйынса 1-се разряд нормативын үтәүгә өлгәште.
"Батыр” клубы спортсылары ошо ярышта ҡатнашырға ярҙам иткән район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте бүлеге етәксеһе Лариса Дәүләтшинаға, мәғариф бүлеге етәксеһе Зөһрә Әхтәмоваға, 3-сө мәктәп директоры Сергей Рудкевичҡа, минераль һыу ҡойоу заводы управляющийы Салауат Йосоповҡа, сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары ойошмаһы рәйесе Ришат Шаймарҙановҡа сикһеҙ рәхмәттәрен еткерә.