+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Сентябрь 2017, 18:11

Йүгереү көнө ойошҡан үтте

Алтын көҙҙөң салт аяҙ бер шәмбеһендә, йәғни 16 сентябрҙә бөтөн ил буйынса “Милләттәр кросы - 2017” йүгереү көнө үтте. Был спорт сараһы сәләмәт йәшәү рәүешен, физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүҙе популярлаштырыу йәһәтенән 2004 йылдан алып йыл һайын уҙғарыла килеп, үҙенә күп кешене йәлеп итә.

Алтын көҙҙөң салт аяҙ бер шәмбеһендә, йәғни 16 сентябрҙә бөтөн ил буйынса “Милләттәр кросы - 2017” йүгереү көнө үтте. Был спорт сараһы сәләмәт йәшәү рәүешен, физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүҙе популярлаштырыу йәһәтенән 2004 йылдан алып йыл һайын уҙғарыла килеп, үҙенә күп кешене йәлеп итә.

Бөтә Рәсәй ярышына беҙҙең район йүгеректәре лә әүҙем ҡушылды. Бәйгене асыу тантаналы шарттарҙа “Йәшлек” спорт һәм ял паркында үтте. Быйылғы спорт байрамында йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты. Улар араһында күпселекте мәктәп уҡыусылары, студенттар тәшкил итеп, араларында спорт һөйөүсе өлкәндәр, спорт ветерандары булыуы ҙур мәртәбәгә эйә булды.

“Йәшлек” паркында уҙған кроста район үҙәгенең барлыҡ мәктәптәренән генә түгел, башҡа ауылдарҙың белем биреү учреждениелары йүгеректәре лә үҙ мөмкинлеген һынап ҡараны. Ярыштар алты йәш төркөмө буйынса ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр араһында 500 метрҙан 3 километрға тиклем уҙҙы. Һәр ваҡыттағыса, финиш һыҙығын иң тәүгеләрҙән булып уҙған иң етеҙҙәр үҙҙәренә тәғәйен бүләкте алыуға иреште. Быйылғы “Милләттәр кросы”нда Аҡкүл мәктәбенең йүгерек ҡыҙҙары Татьяна Кириллова менән Ангелина Александрова бер кемгә лә арттарына етергә ирек бирмәне. Шулай уҡ Красноусолдағы 1-се һәм 3-сө мәктәптән Нурзиә Әбделғужина менән Эльвина Баһауетдинова ла дистанцияны елдәй елеп үтте. Ә үҫмерҙәр һәм ир-егеттәр араһында Красноусолдан ағалы-энеле Илдар һәм Илдус Уразғоловтар (1-2-се урындар), 1-се мәктәптән Данил Ергунов, Савелий Афанасьев, Курорт мәктәбенән Владик Узелков призлы урындар яуланы. Еңеүселәр тантаналы шарттарҙа бәйгене ойошто-роусылар ҡулынан миҙалдар, кубоктар, Дипломдар алды.

- Быйылғы кроста бигерәк тә Красноусол башҡорт гимназия-интернаты, 1, 2, 3-сө, Сәйетбаба, Аҡкүл мәктәптәре уҡыусылары әүҙемлек күрһәтте, - тип билдәләп үтте район спорт комитеты рәйесе Шамил Хәкимов.
Читайте нас: