+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Октябрь 2017, 17:11

Рәсәй кимәлендә лә һынатманыҡ

Башҡортостанда ла, Рәсәй кимәлендә лә төрлө ярыштар уҙғарылып тора. Яңыраҡ Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда Бөтә Рәсәй ярым марафоны булып үтте һәм унда Ғафури спортсылары ла ҡатнашты.

Башҡортостанда ла, Рәсәй кимәлендә лә төрлө ярыштар уҙғарылып тора. Яңыраҡ Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда Бөтә Рәсәй ярым марафоны булып үтте һәм унда Ғафури спортсылары ла ҡатнашты.

Марафон йүгереүе менән шөғөлләнеүселәр күп түгел. Сөнки был спорт төрө көндәлек ныҡышмалы шөғөлләнеүҙе талап итә. Йыраҡ араға йүгереүгә физик яҡтан көслө булыуҙан тыш, даими шөғөлләнеү ҙә талап ителә. Ҡазан ҡалаһында үткән ярым марафонға (21 һәм 10 километр) Красноусолдан спорт ветераны Ғайса Кейекбаев һәм уның улы Илнур менән ҡыҙы Әлфиә, Розалия Дәүләтбаева һәм уның улы Артур Дәүләтбаев, Өфө ҡалаһында йәшәүсе яҡташтарыбыҙ – Сулпан менән Азамат Сәлиховтар район данын яҡланы.

Әйтергә кәрәк, яҡташтарыбыҙ һынатманы. Үҙ йәш төркөмөндә 21 километр араны Ғайса Кейекбаев 1 сәғәт тә 41 минутта килеп, финиш һыҙығын 8-се булып үтте. Рәсәйҙең спорт мастерҙары ҡатнашҡанлығын иҫәпкә алғанда, был насар күрһәткес түгел. Илнур Кейекбаев үҙ йәш төркөмөндә 20-се (1 сәғәт 21 минут), Әлфиә Кейекбаева - 17-се ( 2.19), Азамат Сәлихов - 15-се (1.34), уның тормош юлдашы, 21 километрҙы 1 сәғәт 59 минут эсендә үтеүсе Сулпан Сәлихова матур һөҙөмтә күрһәтте. Розалия Дәүләтбаева 10 километр араны 51 минутта үтте. Ярышҡа барып ҡайтыуға ярҙам иткән район хакимиәтенә һәм спорт комитеты етәксеһе Шамил Хәкимовҡа ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.


Читайте нас: