Билдәле булыуынса, баскетбол – ул иң хәрәкәтле һәм иң мауыҡтырғыс спорт төрө. Беҙҙең районда ла бас-кетбол киң популярлыҡ яулап, уны үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә.
Әйткәндәй, районыбыҙҙа ул совет ваҡытынан уҡ үҫеш алып, талантлы тренерҙар һәм остаздар тырышлығы менән һәйбәт һөҙөмтәләргә ирешеп киленә. Быға миҫал булып беҙҙекеләрҙең бар республикаға билдәле “КЭС-БАСКЕТ” турнирындағы күрһәткестәрендә сағылыш таба. Уның сираттағыһы күптән түгел Красноусолда үтте.
Баскетбол ярышында районы-быҙҙың ун мәктәбенән өлкән класс уҡыусыларынан торған командалар ҡатнашты. Район үҙәгенең дүрт мәктәбенән тыш, Табын, Аҡкүл, Сәйетбаба, Яңғыҙҡайын кеүек ҙур ауылдарҙың мәктәптәре баскетболсылары үҙ-ара көс һынашты.
Бәйгелә күпселекте ҡыҙҙар командалары тәшкил итеп, тап уларҙың уйыны сәмлелеге һәм мауыҡтырғыс булыуы менән айырылып торҙо. Һәр бер туп өсөн көрәш шул тиклем дә сәмле барҙы, хатта һуңғы йылдарҙа чемпион титулын яулаған Красноусолдағы 1-се һәм 2-се мәктәп баскетболсы ҡыҙҙары ла финалға сыға алманы. Әммә шулай булыуға ҡарамаҫтан, 1-се мәктәп вәкилдәре (тренеры Ф.З.Алтынбаев) Сәйетбаба командаһын еңеп, 3-сө урын яулауға өлгәште. Ә беренселек өсөн көсөргәнешле бәйге финалында Аҡкүл мәктәбе (тренеры И.А.Ишмөхәмәтов) менән Табын мәктәбе баскетболисткалары (тренеры Н.В.Николаев) осрашып, ике команда ла бирешергә теләмәй, сәмле алышты, әммә матчтың һуңғы секундында аҡкүлдәр үҙ иҫәптәренә бер мәрәй өҫтәп, 23:22 иҫәбе менән еңеү яуланы. Турнирҙың иң яҡшы һөжүм итеүсеһе булып Вероника Макарова (Табын мәктәбе) танылһа, ә Татьяна Кириллова (Аҡкүл мәктәбе) иң яҡшы уйынсы тип табылды.
Егеттәр араһындағы турнирҙа Красноусол башҡорт гимназия-интернаты командаһын 31:18 иҫәбенә еңеүгә өлгәшкән Табын мәктәбе командаһы (тренеры Н.В.Николаев) 3-сө урын яуланы. Финалда “КЭС-БАСКЕТ” Баскетбол лигаһы кубогы өсөн көрәш Аҡкүл командаһы (тренеры С.Г.Шаров) менән Красноусолдағы 2-се мәктәптең йыйылма командалары (тренеры А.В.Яковлев) араһында барҙы. Һәм красноусолдар иң таҫылдары булып сыҡты, ҙур өҫтөнлөк - 72:33 иҫәбе менән көнәркәштәрен (ҡаршы яҡ команда) “ҡыйратып”, дүртенсе тапҡыр рәттән чемпион кубогын яулауға өлгәштеләр. Турнирҙың иң яҡшы һөжүм итеүсеһе – Владислав Яковлев, 2-се мәктәп командаһы капитаны Никита Шуваев иң яҡшы уйынсы тип билдәләнде.
Бәйге еңеүселәрен ноябрь аҙағы - декабрь башында Өфө районының Алексеевка ҡасабаһында уҙасаҡ зона этабы көтә. Ике командаға ла уңыштар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ!