Күптән түгел Юлыҡ ауылында Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Кәрим Закуан улы Кәримовтың 50 йәшлек юбилейы уңайынан волейбол турниры үтте.
Үҫеп килеүсе йәш быуынды спортҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыуҙа арымай-талмай эшләүсе Юлыҡ мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Кәрим Кәримов алтын юбилейын ҙур уңыштар менән ҡаршылай. Уның тәрбиәләнеүселәре йылдың-йылы төрлө кимәлдәге ярыштарҙа юғары күрһәткестәргә өлгәшә. 2015 йылда, мәҫәлән, Күгәрсен районында уҙған республика Ауыл спорт уйындарында уның уҡыусылары Алһыу Ғәлиәскәрова менән Алһыу Юлыҡова 3-сө урынға лайыҡ булды. Эшендә яуаплы хеҙмәткәр Кәрим Закуан улы ғаиләһендә хәстәрлекле ир, 3 балаға өлгөлө атай ҙа.
Йылдың-йылы уҙғарылып килгән турнирҙы Балалар-үҫмерҙәр спорт
мәктәбе һәм район хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте һәм спорт секторы тәҡдиме менән тренерҙарҙың юбилейҙарына бағышлау матур йолаға әйләнгән. Быйылғы 4 команда ҡатнашҡан сәмле һәм ҡыҙыҡлы ярышта спорт ветерандарынан торған команда еңеүсе тип табылды. 2-се урында – Юлыҡ йәштәре, 3-сөлә – Красноусол, 4-се урында Сәйетбаба ауылы командаһы булды. Еңеүселәргә Рәхмәт хаттары, кубок-миҙалдар тапшырылды.