+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Ғинуар 2018, 11:55

Спортта каникул булмай

Еҙем-Ҡаран урта мәктәбендә уҙған, хәҙер инде традицияға ингән сираттағы спорт уйындарының береһе -волейбол буйынса ярыш уҙҙы. Уйында өс команда: Еҙем-Ҡаран, Ибраһим һәм Юлыҡ ауы-лы егеттәре ҡатнашты. Уйын бик көсөргәнешле булды. Ҡышҡы каникул ваҡыты тип тормағандар, уҡыусылар ҙа килгән ине.

Спорт залы гөрләп торҙо. Шуныһы ҡыҙыҡлы булды: командаларҙа ғаиләләре менән уйнаусылар бар ине. Юлыҡ мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Кәрим Закуан улының ике улы менән бер командала уйнауы үҙе ни тора! Айгиз менән Илгиздең уңыштары менән беҙҙе һөйөндөрөүе алда әле. Мәктәп уҡыусылары Рәмил Ҡоҙайғолов, Айҙар Кәримов та – ышаныслы, өмөтлө егеттәр. Еңеү, әлбиттә, уларҙа булды.

Еҙем-Ҡаран командаһының иң оло уйынсыһы-Раил Рәйес улы Йомағолов. Физика уҡытыусыһы, компьютерҙы яҡшы белгән тәжрибәле уҡытыусы үҙе генә түгел, улы Рөстәм, ейәне Арсен менән уйнауҙары - ғаиләнең спорт яратыуының асыҡ миҫалы. Был ғаиләнән өлгө алаһы ғына ҡала.

Ибраһим ауылы егеттәре командаһы күбеһенсә студенттарҙан тора ине. Ялға ҡайтҡан арала булһа ла спорт ярыштарында ҡатнашыуҙары үҙе бер байрам һәм бүләк булды.

Уйын 2:1 иҫәбе менән тамамланды.

Мәктәп директоры Фирүзә Хөрмәт ҡыҙы Әбделмәнова еңеүселәрҙе ысын күңелдән ҡотланы, Маҡтау грамоталары тапшырҙы, ярышты ойоштороусы Фәнүр Дәүләтбаевҡа рәхмәтен белдерҙе.
Читайте нас: