+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Ғинуар 2018, 12:30

Хәрәкәттә һаулыҡ нигеҙе

Күптән түгел “Изгелек шишмәһе” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге районда пенсионерҙар араһында скандинав йөрөшөн популярлаштырыу проектын тормошҡа ашырыу өсөн грантҡа лайыҡ булды.

Күптән түгел “Изгелек шишмәһе” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге районда пенсионерҙар араһында скандинав йөрөшөн популярлаштырыу проектын тормошҡа ашырыу өсөн грантҡа лайыҡ булды.

Оло кешеләр тураһында хәстәрлек күреү төрлөсә булырға мөмкин. Ҡайһы берҙә тәү ҡарашҡа ғәҙәти булмаған проекттар ҙа киң таралыу ала. Мәҫәлән, күптән түгел “Изгелек шишмәһе” ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре район пенсионерҙары өсөн файҙалы ла, ҡыҙыҡлы ла махсус программа эшләгән.

Бынан кире ауылдарҙа теләге булған оло кешеләр социаль хеҙмәткәрҙәр ҡарамағында спорт менән шөғөлләнәсәк. Проект сиктәрендә уларға һаулыҡ өсөн бик файҙалы скандинав йөрөшөн үҙләштереү тәҡдим ителә. Әлбиттә, бындай эшкә тотоноу сығымдар ҙа талап иткән. Был осраҡта ойошмаға Рәсәй Президентының Гранттар фонды ярҙамға килә. Фонд иғлан иткән конкурста үҙ проекттарын яҡлап сығып, грант алыуға өлгәшә улар.

Коммерциялы булмаған “Изгелек шишмәһе” ойошмаһы етәксеһе Розалия Рахманғолова әйтеүенсә, “Хәрәкәт – ул йәшәү” тип аталған проект буйынса кәрәкле спорт ҡоролмалары, ноутбук һәм проектор һатып алыу, ойошманың бер бүлмәһенә ремонт эшләү һәм йыһазландырыу өсөн 450 мең һум аҡса бүленгән. Алдан төҙөлгән планға ярашлы, декабрь айынан ғинуарға тиклем 14 социаль хеҙмәткәр скандинав йөрөшө буйынса махсус уҡыу үтә. Һуңынан улар ауылдарҙа өлкәндәргә ошо спорт төрөн өйрәтәсәк. Бер ниндәй ҙә сикләүҙәр юҡ, бар теләүселәр ҙә ҡабул ителә.

Был спорт төрө юғары ҡан баҫымынан, тән ауырлығынан, йөрәк һәм ҡан тамырҙары сирҙәренән ҡотолорға теләүселәргә, инфаркт кисергән кешеләргә бик файҙалы. Шулай уҡ нер-вы ауырыуҙары, депрессия, терәү-хәрәкәт аппараты проб-лемалары һәм физик сикләүҙәр булғандарға тәҡдим ителә. Пенсионерҙар был спорт менән төркөмдәрҙә шөғөлләнәсәк. Был уларға аралашыу мөмкинлеге лә бирә. Розалия Фәрит ҡыҙы, социаль хеҙмәткәрҙәр пенсионерҙар менән февраль айында уҡ шөғөлләнә башлаясаҡ, тине.

Скандинав йөрөшө районда киң таралыу алырмы, юҡмы, ваҡыт күрһәтер. Ләкин уның сәләмәтлек өсөн файҙаһын иҫбатлау кәрәкмәй.
Читайте нас: