+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Февраль 2018, 11:55

Хоккей – сәмлеләр уйыны

Борон-борондан башҡорт халҡында сәләмәт йәшәү рәүеше, үҫеп килеүсе йәш быуынды физик яҡтан камиллаштырыу милли культура булған. Халҡыбыҙ “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух” төшөнсәһен бер бөтөн итеп ҡараған. Был йәһәттән Кәлсер Табын ырыуына ҡараған ҡауарҙылар һәр ваҡыт өлгө күрһәткәндәр. Беҙҙең хәтерҙә ҡалғандарҙан ғына ла атта һыбай сабышыуҙа бөтә Башҡортостан буйынса дан ҡаҙанған Ғәле Васиков, йүгереү һәм саңғы спорты буйынса XX быуаттың тәүге яртыһында билдәлелек яулаған Ғәлимйән Нәзиров, милли көрәште үҫтереүгә бөтә ғүмерен бағышлаған һәм бер ваҡытта ла бил бирмәгән Ишмырҙа Исхаҡов һәм башҡалар.

Борон-борондан башҡорт халҡында сәләмәт йәшәү рәүеше, үҫеп килеүсе йәш быуынды физик яҡтан камиллаштырыу милли культура булған. Халҡыбыҙ “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух” төшөнсәһен бер бөтөн итеп ҡараған. Был йәһәттән Кәлсер Табын ырыуына ҡараған ҡауарҙылар һәр ваҡыт өлгө күрһәткәндәр. Беҙҙең хәтерҙә ҡалғандарҙан ғына ла атта һыбай сабышыуҙа бөтә Башҡортостан буйынса дан ҡаҙанған Ғәле Васиков, йүгереү һәм саңғы спорты буйынса XX быуаттың тәүге яртыһында билдәлелек яулаған Ғәлимйән Нәзиров, милли көрәште үҫтереүгә бөтә ғүмерен бағышлаған һәм бер ваҡытта ла бил бирмәгән Ишмырҙа Исхаҡов һәм башҡалар.

Артабан заман талабына ярашлы яңы спорт төрҙәре көндәлек тормошобоҙға инә бара: футбол, волейбол, хоккей һәм башҡалар. Быларға өҫтәп шашка, шахмат кеүек интеллектуаль спорт төрҙәре буйынса ла ауылдаштарыбыҙҙың уңыштары һәр кемгә билдәле.

3 февралдә Ҡауарҙы ауылында спорт бәйгеһе – хоккей турниры уҙҙы. Ул Башҡортостандың 100 йыллығына һәм яҡынлашып килгән Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап үткәрелде. Ҡауарҙылар юлыҡтарҙы иптәштәрсә осрашыуға саҡырҙы (ошондай уҡ ярыш Юлыҡта ғинуарҙа уҙҙы).

Был көндө Ҡауарҙы ауылы эргәһендәге “Түңәрәк күл” ысын байрам төҫөн алды. Юлыҡ ауылынан үҫмерҙәрҙең “Япония” һәм “Йәштәр” командалары Ҡауарҙының “Ҡабыҡ араһы” һәм “Бөркөттәр” командалары менән үҙ-ара көс һынашты. Ярыштың маҡсаты булып ике ауыл араһында ысын дуҫлыҡ булдырыу, хоккей уйынын популярлаштырыу һәм сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу торҙо.

Турнир бик мауыҡтырғыс, сәмле һәм тейешле талаптарға ярашлы рәүештә барҙы. Күл тирәһен уратып йәше-ҡарты - көйәрмәндәр бик күп йыйылғайны.

Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы Райфат Рәжәп улы Әбелғужин сараны асҡандан һуң, Дәүләт Гимны яңғыраны һәм ярыштар башланып китте. Тәүге этапта Юлыҡтың “Япония” командаһы Ҡауарҙының “Ҡабыҡ араһы” менән осрашты һәм 1:0 иҫәбе менән “Япония” еңеүсе булды. Икенсе уйында иһә Ҡауарҙының “Бөркөттәре” менән Юлыҡтың “Йәштәр” хоккейсылары сәкәндәренең оҫталығын һынаны. Һөҙөмтәлә, ҡауарҙылар юлыҡтарҙы 4:0 иҫәбе менән “ҡыйратты”. Ниһайәт, көсөргәнешле бәйге “Бөркөттәр” командаһының еңеүе менән тамамланды. “Япония” – 2-се, “Ҡабыҡ араһы” – 3-сө урын яуланы. Ә “Йәштәр” командаһына 4-се урын менән сикләнергә тура килде. Турнирҙа Ғайса Сөләймәнов (Ҡауарҙы) иң һөҙөмтәле уйынсы тип билдәләнде. Ҡауарҙынан Әлмир Әбелғужин менән Юлыҡтан Фируз Фәхриев “Иң яҡшы ҡапҡа һаҡсыһы”, Айгиз Әбелғужин, Илназ Зөлҡәрнәев (Ҡауарҙы), Айгиз Собханғолов (Юлыҡ) “Иң яҡшы һөжүм итеүсе” тип табылды. Биләмә башлығы Р.Р.Әбелғужин еңеүселәргә Дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Ярыштың бағыусылары булып Ҡауарҙы ауыл биләмәһе (башлығы Райфат Рәжәп улы Әбелғужин), Ҡауарҙы урта мәктәбе (директоры Фәймә Рәжәп ҡыҙы Зөлҡәрнәева), “Шишмә” крәҫтиән хужалығы (етәксеһе Марат Фәрит улы Латипов), Ҡауарҙы ауыл Советы депутаты Фуат Фәрит улы Латипов торҙо. Зөлфиә менән Фуат Латиповтарҙың ғаиләһе ойошторған эҫе сәй, тәмле ҡоймаҡ-бәлештәре бәйгенең баһаһын тағы ла күтәрҙе. Сараны музыкаль яҡтан Ҡауарҙы ауылы мәҙәниәт йорто биҙәне.

Ярышта ҡатнашыусылар, көйәрмәндәр сараны ойоштороусыларға, бағыусыларға ҙур рәхмәт әйтеп, артабан да ошондай ярыштарҙы даими рәүештә үткәрергә һәм тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәрергә тигән теләктә ҡәнәғәтлек менән таралыштылар.

Иң мөһиме: бөгөнгө ябай булмаған тормошта сәләмәт йәшәү рухын һәр кемдә тәрбиәләү һәм үҫтереү иң мөһим бурыс булып тора.
Читайте нас: