+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Март 2018, 11:12

Ю.Гагарин кубогына һынау

15 мартта Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм Красноусол башҡорт гимназия-интернаты базаһында БР Мәғариф министрлығы беренселегенә Юрий Гагарин исемендәге кубокка баскетбол буйынса һайлап алыу этабы үтте.

Был сәмле бәйгелә ҡатнашыу хоҡуғы алыу өсөн 9 команда һынау тотто. Үҫмерҙәр араһындағы бәйге Красноусолдағы 2-се урта мәктәп командаһы еңеүе менән тамамланды. Аҡкүл мәктәбе – 2-се, 1-се мәктәп 3-сө урында. Ә ҡыҙҙар командаһынан Красноусолдағы 1-се мәктәп баскетболсылары таҫыллыҡтары менән

айырылып, беренселекте ҡулдарынан ысҡындырманы. 2-се мәктәп командаһына – 2-се, аҡкүлдәргә 3-сө урын бирелде.

Бәйге еңеүселәре республика бәйгеһендә ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды. Ярыштарҙы уҙғарыуға Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе (директоры С.Н.Чебурашкин) ҙур тырышлыҡ һалған.

Читайте нас: