+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Апрель 2018, 16:48

Беҙҙекеләр – беренсе!

Иғлан ителгән Ирекмәндәр һәм Ғаилә йылына арналған “Күгәрсен хәбәрҙәре” һәм “Мораҙым” гәзиттәре призына үткәрелгән асыҡ район волейбол ярышында беҙҙең райондың ҡыҙҙар командаһы беренсе урынға лайыҡ булды.

Спорт байрамында төрлө район-ҡалаларҙан 34 команда ҡатнашты. 8 ҡыҙҙар командаһы араһындағы сәмле ярышта Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Вил Үтәғоловтың тәрбиәләнеүселәре : Рушана Насырова, Зөлфиә Йәғәфәрова, Наҙгөл Дәүләтбаева, Мария Поволокина, Әлиә Латипова, Софья Ефанова, Гүзәл Латипова, Рәйлә Ғүмәрованы ҙур тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ һалып яулаған еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ, артабан да ҙур еңеүҙәр теләйбеҙ!


Читайте нас: