+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Май 2018, 13:09

Эстафета тотош районды йыйҙы


Спортсылар Калмыков һәм Коммунистик урамдары киҫелешендә старт алды. Уларҙың хәүефһеҙлеген ЮХХДИ бүлеге һәм Үҙәк дауахана хеҙмәткәрҙәре тәьмин итте. Эстафета таяҡтарын ҡулдарына ҡыҫып, йүгеректәр алға ынтылды. Красноусол

ауыл советы (23-сө һанлы команда) исеменән ярышҡан спорт мастеры Эдуард Өмөтбаев тәүҙән үк барыһын да күпкә артта ҡалдырҙы. Ауыл советының тағы ла бер командаһы (22-се һанлы) финиш һыҙығын беренсе булып үтте. Был еңеүгә спорт мастеры

Лиана Хәкимова ла ҙур өлөш индерҙе. Икенсе урында 23-сө команда булды. Мәктәп уҡыусылары араһында 3-сө мәктәп командаһы еңеүсе булһа, аҡкүлдәр – икенсе, 2-се мәктәп командаһы өсөнсө, сәйетбабалар – дүртенсе, 1-се мәктәп бишенсе урындарҙы алды. Дөйөм белем биреү мәктәптәренән Йөҙимән мәктәбе – беренсе, Үзбәк һәм Мораҡ командалары икенсе һәм өсөнсө булды.

Предприятиелар һәм ойошмалар араһында “Красноусол” шифаханаһы спортсылары еңеү яуланы.

Район хакимиәтенең физик культура һәм спорт бүлеге начальнигы Шамил Хәкимов эстафета еңеүселәрен кубоктар, миҙалдар һәм “Звезда” гәзитенә подписка менән бүләкләне.
Читайте нас: