+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Май 2018, 14:07

Хакимиәт беренселегенә арналды

8-10 майҙа Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә Еңеү көнөнә арнап, Красноусол ауыл хакимиәте беренселегенә волейбол ярыштары үтте.

Сәмле бәйге Красноусолдағы 3-сө мәктәптең волейбол командаһы еңеүе менән тамамланды. Красноусол башҡорт гимназия-интернатының беренсе һәм икенсе командалары 2-3-сө урындарҙы үҙ-ара бүлеште.

10 майҙа 2005-2006 йылғы малайҙар араһында пляж волейболы бәйгеһе булды. Үҙ йәш төркөмдәрендә Алмаз Арыҫланов, Дмитрий Филатов, Ислам Ғәлиәхмәтов, Илдар Муллагилдин еңеүсе булды.

Еңеүселәр спорт комитетының миҙалдары менән бүләкләнде.
Читайте нас: