Гәзиттә хәбәр итеүебеҙсә, июнь айының һуңғы аҙнаһында районда Башҡортостан Республикаһы кубогына мәктәп уҡыусылары араһында шахмат бәйгеһе үтте. Был юлы йәш шахматсыларҙы Красноусолдағы 2-се урта мәктәп үҙендә ҡаршы алды.
Бәйгегә республикабыҙ район-ҡалаларынан балалар менән тренерҙары ғына түгел, ата-әсәләре лә килгәйне. Шуға ла йәйге каникулдар булыуға ҡарамаҫтан, аҙна буйына мәктәп янында йәнлелек хөкөм һөрҙө, автомашиналар менән тулы булды.
Сараны БР Шахмат федерацияһы БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән берлектә ойошторҙо. Турнирҙы уҙғарыуҙа Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе айырыуса ҙур тырышлыҡ һалды, шахмат буйынса тәжрибәле тренер Н.Г.Проценко яуаплы булды. Зирәклек һәм аҡыл бәйгеһен асыу һәм ябыу тантанаһында БР Шахмат федерацияһының башҡарма директоры Әмир Миҙхәт улы Даукаев ҡатнашты. Башҡортостан кубогына бәйгелә Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Ишембай, Октябрьский ҡалаларынан, Өфө, Шишмә райондарынан 17 йәшкә тиклемге 113 йәш шахматсы (шуның 31-е беҙҙең райондан) зирәклектә көс һынашты. Шахмат таҡтаһы артындағы бәйге 5 йәш төркөмөндә уҙҙы. Шахматсылар 9 тур үтергә те-йеш булып, уларҙың бер нисәүһен еңеү менән тамамлағандар финалға сыҡты. Ярышта беҙҙең йәш шахматсы малайҙар һынатманы, уңышлы сығыш яһаны. Йылдың-йылы зирәктәр бәйгеһендә ҡатнашҡан Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 2-се класс уҡыусыһы, Тимербулат Арыҫланов был юлы ла үҙенең грамоталы уйнауы менән айырылды һәм үҙ йәш төркөмөндә – 1-се, 2-се мәктәптең 8-се класс уҡыусыһы Айрат Хәкимов 3-сө урындарҙы яулап, районыбыҙ данын яҡланы. Ә Алексей Елсуков менән Лиана Сәйфетдинова тәүге унау иҫәбенә инде.
Еңеүселәр БР Шахмат федерацияһынан кубоктар, миҙалдар, Дипломдар, Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Дөйөм алғанда, бәйге ойошҡан рәүештә үтте. Ярышты ойоштороусылар һәм ҡатнашыусылар үҙҙәрен яҡты йөҙ менән ҡабул иткән 2-се мәктәп етәкселегенә һәм хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт әйтеп, ҡәнәғәт булып таралышты.