-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Июль 2018, 12:17

Дуҫлыҡ, үҙ-ара аңлашыу һәм берҙәмлек өсөн!

“Бөтә донъя тыныслыҡ йүгереүе” – Халыҡ-ара дуҫлыҡ, үҙ-ара аңлашыу һәм берҙәмлек факел эстафетаһы ул. Уның маҡсаты – Ерҙә донъя мәҙәниәтен үҫтереү һәм үҫешенә ярҙам итеү. Был эстафетаға 1987 йылда билдәле йәмәғәт эшмәкәре, тыныслыҡ илсеһе, 21 марафонда, 5 ҡыҫҡа марафонда ҡатнашҡан спортсы Шри Чинмой (1931-2007 йй.) нигеҙ һала. Ул үҙенең бар ғүмерен дәүләттәр һәм халыҡтар араһында берҙәмлек һәм дуҫлыҡ идеяһын таратыуға арнаған. Ошо йылдар эсендә был факел ҡулдан-ҡулға тапшырылып, донъяның 100-ҙән ашыу илен урап сыға, унда 10 миллиондан ашыу кеше ҡатнаша.

12 июлдә “Тыныслыҡ йүгере-үе” факел эстафетаһының Көнбайыш тармағы беҙҙең районыбыҙ аша үтте. Районыбыҙ спортсылары факелды Архангел районынан ҡабул итеп алды. Төп командала Өфө, Түбәнге Новгород, Ижевск, Иваново, Ставрополь, Чебоксар, Белгород, Астана ҡалаларынан марафонсылар бар ине. Уларҙы Ғафури районы сиге – Яҡтыкүл ауылы янында тантаналы рәүештә район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов, спорт комитеты рәйесе Шамил Хәкимов, Еҙем-Ҡаран ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, спортсылар яҡты йөҙ менән ихлас ҡаршы алды. Ҡунаҡтарҙы йырлап-бейеп сәләмләп, тәмле, үҙенсәлекле торттан ауыҙ иттерҙеләр.

Артабан беҙҙең район йүгеректәре (спорт комитеты рәйесе лә улар менән бергә) факелды ҡулдан-ҡулға күсерә-күсерә төп команда менән берлектә Еҙем-Ҡаран ауылы йүнәлеше буйынса юлдарын дауам итте. Кискә Красноусолға килеп еткән йүгеректәр бер аҙ ял итеп алғас, иртәгәһенә улар менән берлектә ғафуриҙар эстафетаны Стәрлетамаҡ районына тапшырасаҡ.

Шулай итеп, “Бөтә донъя тыныслыҡ йүгереүе”ндә ҡатнашыусылар беҙҙең төбәккә лә донъяның дуҫлыҡ, тыныслыҡ һәм берҙәмлек символын алып килде.


Читайте нас: