Быға тиклемге турнирҙар йырсының тыуған яғы – Миәкә районының Ҡырғыҙ Миәкә ауылында үтһә, юбилей – унынсыһы Стәрлетамаҡта уҙғарырға ҡарар ителгән. Турнир яҡын-тирә Ғафури, Әлшәй, Ауырғазы, Баҡалы, Благовар, Бишбүләк, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ ра-йондары һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы футбол командаларын үҙенә йыйҙы. Беҙҙең райондың Рәфил Әбделмәнов, Дим Дәүләтбаев, Динар Шаймарҙанов, Илнур Биктимеров, Артур Ҡорманов, Марсель Ғәзизов, Вадим Казанцев, Рәшит Абдуллин, Рудил Ғәлиәхмәтовтан торған футболсыларҙың йыйылма командаһы стәрлетамаҡтарҙан саҡ ҡына ҡалышып, көмөш миҙалға лайыҡ булды. Турнирҙың “иң яҡшы бомбардиры” тип танылған Артур Ҡорманов билдәле йырсы ҡулынан үҙенә тәғәйен бүләкте алһа, футболсыларҙың барыһы ла приздар, Дипломдарға эйә булды.