Ысын мәғәнәһендә ҙур байрамға әүерелгән сара Красноусолда, былтыр ра-йон мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда “Төньяҡ амурҙары”на арнап асылған мемориаль комплекс янында тантаналы шарттарҙа башланды. Ра-йон мәҙәниәт һарайы һәм “Мәргән уҡсы” ойошмаһы ҡурайсылары берлектә башҡорт халҡының милли гимнына әйләнгән мәшһүр “Урал” көйөн яңғыратты. Сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, БР һыбай килеш һәм традицион йәйәнән атыуҙы үҫтереү буйынса “Мәргән уҡсы” автономлы коммерция булмаған ойошма директоры Юлай Ғәлиуллин сәләмләне. Юлай Рифҡәт улы шулай уҡ бәйгене уҙғарыуҙа ярҙам ҡулы һуҙған хакимиәт башлығы Рәмил Бохаровҡа, “Красноусол” шифаханаһы директоры Фаяз Мәжитовҡа, билдәле эшҡыуар Хәннән Ишмырҙинға (“Алтын башаҡ”) Рәхмәт хаттары тапшырып үтте. Һәм ярыш-фестивалдә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла төбәп: “Ятып ҡалғансы, атып ҡал”, тигән теләген еткерҙе. Балаларҙың “Быҙыбыт” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбленең бәләкәстәр төркөмө башҡарыуындағы “Башҡортостан гөлдәре” бейеүе сараға үҙенсәлекле биҙәк өҫтәне. Үҫеп килеүсе йәш быуында патриотик рух тәрбиәләүҙә әһәмиәтле был сарала район үҙәге мәктәптәре уҡыусылары ла ҡатнашты.
Ҡотлауҙарҙан һуң һәйкәлгә сәскәләр һалынды. Күмәкләп фотоға төшкәс, артабан ярышта ҡатнашыусы уҡсыларҙы “Красноусол” шифаханаһында сәмле бәйгеләр көтә ине.
Уҡсылар ярышында ҡатнашыусылар шифахананың “Старт” бинаһы алдында тигеҙ саф булып теҙелде. “Мәргән уҡсы” автономлы коммерция булмаған ойошма етәксеһе Юлай Ғәлиуллин ярыш шарттары һәм баш судья – БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы вәкиле, юғары категориялы тренер Аркадий Минаев һәм уға ярҙам итәсәк уҡсылар төркөмдәре кураторҙары (Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары һәм студенттар), судьялар менән таныштырҙы. Биш төркөмгә бүленгән бәйгеселәр исемлеге барланды.
Ярыш 5 этаптан торҙо, һәр этаптың айырым атамаһы булып, сәптәр шифахана биләмәһенең әйләнә-тирәһе буйынса урынлаштырылғайны. Уҡсылар төркөм-төркөм булып ошо этаптарҙы үтте. Бынан тыш махсус приздар өсөн айырым уҡ атышы ла ойошторолоп, бәйге чемпиондары билдәле булды.
-Уҡ атыуҙы яҙғыһын башта ирем башланы, ә үҙем унан һуң ғына атырға өйрәнеп, тәжрибәм булмаһа ла былтыр һеҙҙә "Төньяҡ амурҙары"на мемориаль комплекс асыу уңайынан "Красноусол" шифаханаһындағы Күрпәс бей һәйкәле эргәһендә Күрпәс бей призына уҙған уҡ атыусылар бәйгеһендә тәүгеһенән ҡатнашырға йөрьәт иттем. Нескәлектәрен ныҡлы төшөнөп, иң аҙаҡ ҡайтып киттем һәм өйрәндем, быйыл, ниһайәт, үҙебеҙҙә үткән бәйгелә еңеүсе булдым. Беҙгә ул-ҡыҙыбыҙ ҙа ҡушылып, хәҙер ғаиләбеҙ менән был шөғөлгә тотоноп киттек. Бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс шөғөл ул, әҙ генә буш ваҡытыбыҙ булдымы, күмәкләшеп ҡырға үҙебеҙҙең мәргәнлегебеҙҙе һынап ҡарарға сығабыҙ. Башҡалар менән аралашабыҙ, ярышып атышабыҙ, төрлө ер-һыуҙарҙы күреп, бауыр аҫтынан ел үткәреп йөрөп ҡайтабыҙ. Иптәшем иһә фанатҡа әйләнде, быйыл ғына ла ул Төркиәлә, Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙстанда уҙған уҡсылар ярыштарына барып ҡайтты, - тине бәйгелә 3-сө урын яулаусы Лилиә Низаметдинова тәьҫораттары менән уртаҡлашып.
Ойоштороусылар иһә ярыш-фестивалде уҙғарыуҙа тос ярҙам күрһәткән район хакимиәтенә, “Красноусол” шифаханаһы етәкселегенә, шәхси эшҡыуарҙар – Хәннән Ишмырҙинға (“Алтын башаҡ”), Рөстәм Солтанкирәевкә (“Башҡорт ҡурайы” ЯСЙ-е, Өфө ҡалаһы), Рәмил Хәсәновҡа (“Балаҫтар”, Стәрлетамаҡ ҡалаһы), БР Уҡтан атыу Федерацияһы судьяларына, Өфөләге Олимпия резервы мәктәбе ирекмәндәренә, уҡсыларҙы тәмле аш-һыуҙары менән һыйлауҙы ойошторған Красноусол ауылы Ағинәйҙәре ойошмаһына (етәксеһе - Мәрхәбә Собханғолова), Ф.А.Яҡупов исемендәге хәрби хәрәкәттәр һәм сик буйы ғәскәрҙәре район ветерандар советтарына, шулай уҡ Ҡурғашлы ауылы имамы, сик буйы ғәскәрҙәре ветераны Ришат Сөләймәновҡа ҙур рәхмәт белдерә.
“Төньяҡ амурҙары - 1812 йылғы Ватан һуғышында ғафуриҙар ҡатнашҡанмы?” тигән һорауға сараны ойоштороусыларҙың береһе – сик һаҡсылары–ветерандарының урындағы бүлексәһе етәксеһе Ришат Шаймарҙанов асыҡлыҡ индерҙе. “Батыр” клубы тәрбиәләнеүселәре фәнни-тикшеренеү эштәре башҡарған, эҙләнеүҙәр шуны күрһәткән, 2000-дән ашыу яҡташыбыҙ ҡатнашып, 120-ләбе “Парижды алған өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Ғафури районында барлыҡҡа килгән 3 полктың һәр ҡайһыһында 540 кеше булған . Ул "Стәрлетамаҡ 7-се кантоны" тип аталған. КБГИ-ның 11-се класс уҡыусыһы Камил Шаймарҙановтың эҙләнеү эше районда, республикала ғына түгел, Бөтә Рәсәй конкурсында 1-се урын менән баһаланған.
“Мәргән уҡсы” ярыш-фестивален ойоштороусылар ошондай бәйгеләрҙе йылдың-йылы сентябрь аҙағында уҙғарыуҙы традицияға әйләндерергә ҡарар итеп, ҡәнәғәт булып таралышты.