+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Октябрь 2018, 12:23

Атанан күргән...

Күренекле башҡорт ғалимы, тел белгесе, профессор, башҡорттарҙан беренсе фән докторы Жәлил Кейекбаев тоҡомонан булған Ғайса Кейекбаевты районда белмәгән кеше һирәктер. Ул районда оҙаҡ йылдар эске эштәр бүлегендә эшләп майор дәрәжәһендә хаҡлы ялға туҡтаны.

Ғайса Кейекбаев бөгөн дә әүҙем тормош алып бара, спорт менән шөғөлләнә. Уны районда үткән һәр спорт ярышында осратырға мөмкин.

- Көнөнә ике тапҡыр йүгерергә ғәҙәтләнгәнмен, ҡыш көнө саңғыла йөрөйөм, иртән физик күнегеүҙәр эшләйем, - ти милиция ветераны Ғайса Кейекбаев.

Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиҙәр, Ғайсаның балалары ла спортты үҙ итә. Яңыраҡ, сентябрь аҙаҡтарында улы Илнур һәм ҡыҙы Әлфиә Мәскәүҙә үткән марафонда ҡатнашып ҡайттылар. Илнур Кейекбаев 42 километрға йүгереп, ошо дистанцияны 3 сәғәт 01 минут 11 секундта, Әлфиә Кейекбаева 10 километр араны 1 сәғәт 8 минут 22 секундта үтеүгә өлгәште. Әйтергә кәрәк, Илнур Өфө ҡалаһында заводта, Әлфиә Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендә федераль судта эшләп йөрөйҙәр. Икеһе лә Ғафури район командаһы өсөн сығыш яһайҙар. Улай ғына ла түгел, икеһе лә “Табын” һәм “Звезда” район гәзиттәрен сит өлкәләрҙә лә таратыуға, пропагандалауға үҙ өлөштәрен индерәләр. Илебеҙҙең баш ҡалаһында уҙған Мәскәү абсолют марафонында ла Илнур һәм Әлфиә район гәзиттәрен күрһәтеп ҡайттылар. Уларға “Афарин” тиәһе генә ҡала. Әйткәндәй, Ғайса Кейекбаев ике район гәзитен дә алдырып уҡый.

-“Табын” гәзитенән күберәк район ауылдарындағы яңылыҡтарҙы беләм, “Звезда” гәзите иһә район үҙәгендәге үҙгәрештәрҙе, тормош көнкүрешен яҡтырта, шуға ла ике район баҫмаһы ла минең өсөн ҡыҙыҡлы, - ти хеҙмәт һәм спорт ветераны Ғайса Кейекбаев.
Читайте нас: