+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Октябрь 2018, 11:41

Республика көнөнә арналды


Баскетбол бәйгеһе (яуаплылар - Ф.Алтынбаев, А.Яковлев) Красноусолдағы 1-се һәм 2-се мәктәптәрҙең спорт залдарында үтте. Үҫмерҙәр араһында 2-се мәктәп командаһы еңеү яулаһа, 1-се мәктәп баскетболсыларына 3-сө урын менән сикләнергә тура килде. Красноусол башҡорт гимназия-интернаты командаһы 2-се урынға лайыҡ булды. Ә бына ҡыҙҙар араһындағы бәйгелә киреһенсә 1-се мәктәптең баскетболсы ҡыҙҙары 2-се мәктәптекеләрҙән таҫылыраҡ та, көслөрәк тә булып сыҡты. 1-се мәктәп ярышҡа ике команда сығарғайны, икеһе лә уңышлы сығыш яһап, тәүге призлы урындарға лайыҡ булды. 2-се мәктәптекеләргә 3-сө урын бирелде.

Волейболсылар (В.Үтәғолов, Р.Юлмөхәмәтов) Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә ярышты. Ҡыҙҙар араһындағы бәйге Сәйетбаба мәктәбе командаһы еңеүе менән тамамланды. Красноусолдағы 3-сө мәктәп менән КБГИ командаһы 2-3-сө урындарҙы үҙ-ара бүлеште. Ир-егеттәрҙең волейбол ярышы спорт мәктәбендә шөғөлләнеүсе үҫмерҙәрҙең дуҫтарса осрашыуы менән башланып китте. Уйын һөҙөмтәләре буйынса ир-егеттәр араһында Юлыҡ ауылы волейболсылары – 1-се, сәйетбабалар – 2-се, красноусолдар 3-сө урын яуланы.

Мини-футбол менән йөҙөү буйынса ярыштар “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында үтте.

Мини-футболда (яуаплы - В.Килмөхәмәтов) Красноусолдың “Олимпик” командаһына – 1-се, “Самарка”ларға – 2-се, КБГИ-ларға 3-сө урын бирелде.

Шахматсылар (Н.Проценко) иһә Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә зирәклектә көс һынашты. 2009 йылғы һәм унан түбәнерәк йәштәге малай-ҡыҙҙар араһында Данил Никифоров менән Алиса Тужикова – 1-се, Егор Зюлькин менән Йәсминә Әбдрәшитова – 2-се, Тимур Мусин менән Дарья Иванова 3-сө урын яуланы. 2005-2008 йылғылар араһында Динислам Әбдрәшитов менән Оксана Безовчук – 1-се, Антон Елсуков менән Арина Солтанбәкова – 2-се, Игорь Рахменов менән Зөлхизә Кәримова – 3-сө урында. 2000-2004 йылғыларҙан Рәмис Исхаҡов менән Таисия Николаеваға – 1-се, Динар Ишмөхәмәтов менән Элина Шәриповаға – 2-се, Вадим Кәримов менән Наталья Брыкаловаға 3-сө урын бирелде. Өлкәндәр араһында Сабир Исхаҡов еңеүсе булды, Раил Камалетдинов менән Владимир Васильев 2-3-сө урындарҙы үҙ-ара бүлеште.

Еңеүселәр Дипломдар, миҙалдар, кубоктар менән бүләкләнде.
Читайте нас: