+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Октябрь 2018, 12:22

Һаулыҡ өсөн “дүрт аяҡлап”


Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге тарафынан 2017 йылда башланған “Сәләмәт хәрәкәт” проектында район буйынса 14 ауыл биләмәһенән 70 кеше шөғөлләнһә, бөгөн инде 225 кеше социаль хеҙмәткәрҙәр етәкселегендә ҡулдарына пар таяҡ алған.

Үткән йомала “Йәшлек” паркында халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге ойоштороуында һәм муниципаль район хакимиәте булышлығы менән скандинав йөрөшө буйынса фестиваль үтте. Был сараға райондың Красноусол, Родина, Игенйылға, Ҡотлоғужа, Имәндәш һәм башҡа ауылдарынан скандинав йөрөшөн үҙ итеүселәр йыйылғайны. Улар йәш төркөмдәренә бүленеп ярышты. Иң өлкән ҡатнашыусыға 76 йәш ине.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында I төркөмдә 1-се урынға Рәзилә Хәбибуллина, 2-сегә – Ирина Ғиззәтуллина, 3-сөгә Рәйсә Йомағолова, II төркөмдә 1-се урынға – Ирина Йәрмөхәмәтова, 2-сегә – Әминә Сәйфуллина, 3-сөгә Зоя Авдеева, III төркөмдә 1-сегә – Наилә Ғөбәйҙуллина, 2-сегә - Рәмилә Ибраһимова, 3-сөгә Земфира Мөлөкова, IV төркөмдә 1-сегә Елизавета Шведкова, 2-сегә Валентина Тельцова, 3-сөгә Фәүзиә Ҡотлогилдина һәм V төркөмдәге иң өлкән йүгереүсе Зәйтүнә Алтынбаева 1-се урынға лайыҡ булды. Ир-егеттәр араһында йәш төркөмдәре буйынса өсөнсөлә 1-се урын – Ғайса Кейекбаевҡа, 2-се Фаил Ғафаровҡа, дүртенсе төркөмдә 1-се Рәшид Мөхәмәтйәновҡа, 2-се Фәнил Дәүләтбаевҡа, 3-сө урын Ринат Булатовҡа бирелде. Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге етәксеһе Розалия Рахманғолова был сарала ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә дәртләндереү һүҙҙәре еткереп, Маҡтау ҡағыҙҙары һәм миҙалдар тапшырҙы.

Бәйгелә ҡатнашыусылар йүгереп килгәс, ойоштороусылар еңеүселәрҙе билдәләгәнсе башҡортса бейеү көйөнә дәртләнешеп бейеп тә алдылар. Бына бит саф һауала йөрөү һаулыҡты ла нығыта, кәйефте лә күтәрә, тиҫтерҙәре менән аралашыу үҙе ни тора! Ә кеше өсөн ошонан да ҡиммәт нимә бар?!

- Тиҙлекте арттырырға кәрәк тип торам. Ҡулдарға, аяҡтарға, йөрәккә, тын юлдарына файҙалы, - ти Красноусолдан Фәнил Рәшит улы Дәүләтбаев.

- Беҙ инде һәр көн тиерлек сәғәт 3-тә йөрөп киләбеҙ. Бер ергә йыйылышып һөйләшеп, “Боҙоҡ телефон”, “Йәшерәм яулығымды” кеүектөрлө уйындар ҙа уйнап алабыҙ, - ти Родина ауылынан Фәүзиә Ҡотлогилдина.

Шулай һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта булып, йәшәү мәғәнәһен арттырып, һаулыҡ өсөн файҙалы шөғөлгә күберәк ваҡыт бүлергә кәрәктер. Киләсәктә был шөғөлдө үҙ итеүселәр һаны ла артыр, моғайын.
Читайте нас: