Был бәйге ниндәйҙер кимәлдә йәш спортсыларыбыҙ, мәктәп уҡыусылары өсөн күнекмә алыу, егеттәрҙе бил нығытыуға этәреү, көстәрен һынап ҡарау өсөн дә әһәмиәтле булып торҙо. Ата-бабаларыбыҙҙан быуындан-быуынға тапшырыла килгән милли көрәш бер нисә йыл туҡталып торһа ла, яңынан тергеҙелеп, баһадирҙарыбыҙға киләсәккә әҙерлек кимәлен нығытыу өсөн бер ынтылыш булды. Беҙ бер ниндәй ауырлыҡтар, ҡыйынлыҡтар алдында ла юғалып ҡалмаҫтай көслө егеттәр тәрбиәләргә тейешбеҙ.