-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Декабрь 2018, 12:57

Бәләкәс чемпион

Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 3-сө класс уҡыусыһы Тимербулат Арыҫланов шахмат буйынса республика чемпионы исеменә лайыҡ булған бәләкәс шахматсыларҙың береһе.

Ул районда ғына түгел, республикала, Волга буйы Федераль округы беренселегенә зирәклек ярыштарында ҡатнашып, әленән-әле уңыштары менән һөйөндөрөп тора. Быйыл йәй Красноусолда шахмат буйынса Республика кубогына 2008 йылғы һәм унан кесерәк йәштәге малай-ҡыҙҙар араһында уҙған бәйгелә 1-се урын яуланы. Һамар ҡалаһында Волга буйы Федераль округы беренселегенә уҙған ярышта 14 региондан 500-ҙән ашыу шахматсы араһында үҙ йәш төркөмөндә тәүге 20 иҫәбенә инеүе лә Тимербулаттың зирәк аҡылы хаҡында һөйләй.

Йәш шахматсы йәнә 25-27 ноябрҙә Өфө ҡалаһында Конгресс-холлда уҙған тиҙ шахмат буйынса “Буласаҡ чемпиондар лигаһы”ның Башҡортостан Республикаһы берен-селегенә бәйгелә ҡатнашып ҡайтты. Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Туймазы, Учалы, Салауат, Ишембай, Дүртөйлө, Бәләбәй ҡалалары, Шишмә, Хәйбулла, Стәрлетамаҡ, Дыуан, Әбйәлил, Иглин, Өфө, Ғафури райондарынан 286 йәш шахматсы зирәклектә көс һынашты. Бәйгеләр 8 йәш төркөмө буйынса уҙып, 2009 йылғы һәм кесерәк йәштәгеләр араһындағы ярышта Тимербулат Арыҫланов 2-се урын яуланы. Йәш чемпионды уңыштары менән ҡотлайбыҙ һәм яңынан-яңы ҡаҙаныштарға өлгәшеүен теләйбеҙ!


Читайте нас: