+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Ғинуар 2019, 13:59

Юбиляр хөрмәтенә турнир

22 декабрҙә Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең спорт залында волейбол турниры булып үтте. Традицияға ярашлы, ярыштар волейбол спорты ветераны Илдар Вәлиевтың 55 йәшлек юбилейына арналды. Ошо уңайҙан юбилярға тәбрик һүҙҙәре еткерелде. Турнирҙың бағыусыһы ла Илдар Мөхәмәҙи улы үҙе булды.

Турнирҙа районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан барлығы 7 йыйылма команда (шуның 4-һе спорт ветерандарынан торҙо) үҙ-ара көс һынашты. Ярыш бик көсөргәнешле барҙы. Шулай ҙа Красноусол ауы-лы спорт ветерандары менән йәштәренең йыйылма командалары көслөрәк булып сыҡты һәм сәмле бәйге тап уларҙың еңеүе менән тамамланды. Бурлы менән Еҙем-Ҡаран ауылдарының волейболсы ветерандары 2-3-сө урындарҙы үҙ-ара бүлеште. Ә йәштәрҙең волейбол командаларынан юлыҡтарға – 2-се, сәйетбабаларға 3-сө урын бирелде. Еңеүселәр бүләктәргә лайыҡ булды.


Читайте нас: