+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Ғинуар 2019, 12:19

Волейболсылар һынатманы


Башҡа спорт төрҙәре менән бер рәттән волейбол буйынса республика һәм район-ара турнирҙар беҙҙә үтте. 4 ғинуарҙа 2006 йылғылар һәм бәләкәсерәк йәштәге волейбол командалары ҡатнашлығында уҙған республика турнирында беҙҙекеләргә 3-сө урын менән сикләнергә тура килде. Стәрлетамаҡ ҡалаһы волейболсылары иң таҫылдары, сәмлеләре булып сыҡты һәм беренселекте лә ҡулдарынан ысҡындырмай, тап улар яуланы. Мәләүез ра-йоны командаһына 2-се урын бирелде.

5 ғинуарҙа уҙған район-ара турнирҙа иһә 2003 йылғы һәм өлкәнерәк йәштәгеләр үҙ-ара көс һынашты. Был сәмле бәйгелә беҙҙең волейболсыларҙың ике йыйылма командаһы ҡатнашты һәм өлкәнерәктәрҙең еңеүе менән тамамланды. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе командаһы 3-сө урынға ҡалды, ә ҡырмыҫҡалылар 2-се урын яуланы.

Волейбол командалары Дипломдар, миҙалдар менән бүләкләнде. Турнирҙа ҡатнашыусылар уны уҙғарыуҙа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән шәхси эшҡыуар Г.В.Ҡаҙаҡҡоловаға рәхмәтле булып таралышты.
Читайте нас: