+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Ғинуар 2019, 17:44

Артылғанда ғүмер үрҙәренә

Районыбыҙҙың билдәле спорт һәм эске эштәр хеҙмәте ветераны, отставкалағы милиция майоры Ғайса Әсҡәт улы Кейекбаев уҙған йыл аҙағында үҙенең 60 йәшлек олпат юбилейын билдәләне.

Тамырҙары менән Ҡаранйылға ауы-лынан, арҙаҡлы ғалим, тел белгесе Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың бер туған һеңлеһе Ғәйшә менән Әсҡәт Хәбибуллиндар ғаиләһендә баш бала булып Һабай ауылында донъяға килә Ғайса. Уға 5 йәш булғанда ғаилә Ҡаранйылғаға күсә. Һәм уның бала, үҫмер сағы тап әсәһенең ауылында үтә. Башланғыс мәктәпле ауыл-

да хәреф танырға, уҡырға-яҙырға өйрәнгән малай артабан уҡыуын күрше Сәйетбабала дауам итеп, урта белемде бында ала. Урта мәктәпте тамамлағас, Өфө ҡалаһындағы 50-се техник училищела нефть технологияһы ҡоролмалары операторы һөнәренә эйә була. Тәүге хеҙмәт юлын Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор булып башлап, бер аҙ эшләп алған егет һалдат сафына баҫа. Грузияның Тбилиси ҡалаһындағы хәрби часта сержанттар әҙерләү мәктәбендә 6 ай уҡығас, хәрби пехота машиналары бүлексәһе командиры итеп Нахичеваньға ебәрелә, артабан Әзербайжанда хеҙмәтен тултырып, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Ҡаранйылғала колхозда эш башлай, ситтән тороп Өфө урман техникумына уҡырға инә, артабан хеҙмәт юлын Сәйетбаба мәктәбендә хужалыҡ эштәре буйынса директор урынбаҫары булып дауам итә. Техникум тамамлағас иһә “Еҙем” урмансылығында урман культуралары мас-теры, техник-технолог булып эшләй.

Һөнәре буйынса спортсы булмаһа ла, Ғайса Әсҡәт улы ғүмере буйы спорттан айырылмай, үҙен унан башҡа күҙ алдына ла килтермәй. Сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ иткән һәм йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаған егетте район етәкселеге тиҙ күрә. Һәм 1985 йылда комсомол путевкаһы бу-йынса милицияға эшкә алына. Хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт юлын милицияның участковыйҙар бүлексәһе начальнигы (Рәмил Резбаев була) ярҙамсыһы булып башлап, артабан ваҡытлыса тотоу изоляторы (ИВС) начальнигы, оператив дежурный, тәүтикшереү бүлексәһе начальнигы булып хеҙмәт баҫҡыстары үтеп, 2004 йылда милиция майоры дәрәжәһендә отставкаға сыға. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте РФ, БР Эске эштәр министрлығының Рәхмәт хаттары, миҙалдары менән баһалана. Ошо йылдар арауығында ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай. Ялға сыҡҡас, 5 йыл тирәһе Ғафури район суды судьяһы ярҙамсыһы булып эшләп ала.

Ғайса Әсҡәт улы Салауат медицина училищеһын тамамлап, йүнәлтмә менән Ҡаранйылғаға фельдшер итеп эшкә ебәрелгән Ауырғазы районының Өс бәлеш ауылы ҡыҙы Альфира Мәғәсүм ҡыҙы менән яҙмыштарын бергә бәйләй. Ҡыҙҙары Әлфиә юридик институт тамамлағандан һуң, Өфө ҡалаһы Дим районы судының федераль судьяһы, улдары Илнур Авиация-техник университетында юғары белем алып, Өфө электр заводында инженер-технолог булып эшләй.

Кейекбаевтарҙың ғаиләһендә барыһы ла спортты үҙ итә, ул йәшәү рәүешенә әйләнгән тип әйтергә кәрәк. Еңел атлетика, саңғы спорты менән шөғөлләнгән ғаилә ағзалары район, республика, унан ситтә уҙған ярыштарҙа әүҙем ҡатнашалар. Хаҡлы ялда булһа ла, өйҙә тыныс ҡына ятырға өйрәнмәгән йүгерек Ғайса ағайҙы районда уҙған һәр бер спорт сараһында осратырға мөмкин. Ҡыҙы, улы, Ғайса ағай үҙе лә марафонсы. Хатта сит илдә үткән ярыштарға барып, үҙҙәрен һынап ҡайтырға ла йөрьәт итәләр. Төркиәнең Стамбул ҡалаһында 40-сы юбилей марафонында ҡатнашып, Башҡортостанды танытып ҡайтыуы быға асыҡ дәлил.

-Төркиәлә үткән был юбилей марафонында беҙ үҙ теләгебеҙ менән ҡатнаштыҡ, үҙ иҫәбебеҙгә йөрөп ҡайттыҡ. Унда Америка, Ҡытай, Япония, Корея, Эфиопия, Кения һәм башҡа сит илдәрҙән, шулай уҡ илебеҙҙең төрлө төбәктәренән 45 меңдән ашыу марафонсы ҡатнашты. Марафонда улым Илнур 42 километрға йүгереп, был дистанцияны 3 сәғәт 12 минутта үтте һәм 137-се урынды яуланы. Ҡыҙым Әлфиә менән ҡатыным 15 саҡрымды 2 сәғәт 01 минутта һәм 2 сәғәт 58 минутта үтте. Ә мин үҙ йәш төркөмөм буйынса 15 саҡрым араны “елеп” үтеп, 31-се урынды яуланым. Стартҡа 302 спортсы баҫҡайныҡ, шуның 262-һе генә финишҡа килеп етте, шулар араһында мин дә. Ике ҡуян ҡойроғон бер юлы тотоп ҡайттыҡ, тиергә мөмкин: марафонда ла ҡатнаштыҡ, Төркиәне лә күрҙек (тарихи-иҫтәлекле урындарына сәйәхәт ҡылдыҡ), - тип был йыраҡ төрөк илен күреп ҡайтыу шатлығы менән дә уртаҡлашты Ғайса Әсҡәт улы.

Артабан да иҫәнлектә-һаулыҡта шулай йүгерә-йүгерә ғүмер үрҙәренә артылырға яҙһын.


Читайте нас: