Көс, таҫыллыҡ, оҫталыҡ талап иткән сәмле ярышта “Батыр” клубы командаһы еңеү яулап, Стәрлетамаҡ ҡалаһында үтәсәк панкратион буйынса Волга буйы федераль округы чемпионатында ҡатнашыу хоҡуғын алды.
“Йәштәргә ҡатнаш көрәш менән шөғөлләнергә мөмкинлек биреп, сәләмәт йәшәү рәүешенә, спортҡа ылыҡтырып, “Батыр” клубы эшмәкәрлегенә һәм үҫешенә ҙур ярҙамы өсөн район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовҡа рәхмәтлебеҙ. Шулай уҡ беҙҙе ярыштарға әҙерләүсе Стәрлетамаҡ клубының баш тренеры Руслан Йәнбирҙинға, бар башланғыстарыбыҙҙы хуплап тороусы, чемпионатҡа барырға ярҙам итеүсе “Граница” төбәк йәмәғәт ойошмаһының Ғафури районы буйынса бүлексәһе рәйесе Ришат Шаймарҙановҡа рәхмәт еткерәбеҙ,” – ти Красноусол “Батыр” көрәш клубы тренеры Флорид Ғибаҙуллин.
Әйткәндәй, уҙған йылдың декабрендә Красноусолда эш башлаған “Батыр” клубы күнекмәләрҙе Красноусол башҡорт гимназия-интернатының спорт залында алып бара. Бөгөнгө көндә клубҡа 3 төркөмдә 100-ҙән ашыу кеше йөрөй. 12 йәштән 18 йәшкә тиклемге уҡыусыларҙан тыш, бында ир-егеттәр ҙә шөғөлләнә. Красноусолдан ғына түгел, тирә-яҡ ауылдарҙан да килеүселәр бар. Район хакимиәте ярҙамы менән көрәшселәргә күнекмәләр, ярыштар үткәреү өсөн заманса йыһазландырылған зал асылыуы көтөлә. Әле клубта яңы шөғөлләнә башлаусы көрәшселәр 3 февралдә Өфө ҡалаһында үтәсәк ярышҡа әҙерләнә.
Чемпионаттта еңеү яулап, финалда ҡатнашасаҡ “Батыр”ҙарҙы ҡотлайбыҙ, тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр теләйбеҙ.